КУДРЯШЁВ Александр Фёдорович
КУДРЯШЁВ Александр Фёдорович (29.7.1946, Харьков ҡ.), философ. Философия фәндәре докторы (1989), профессор (1991). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2007). ЛДУ‑ны тамамлағандан һуң (1969) Бөтә Союз эксперименталь физика ҒТИ‑ның (Арзамас‑16 ҡ.), 1972—73 йй. СССР ФА‑ның Башҡортостан филиалы ғилми хеҙмәткәре. 1976 й. алып БДУ‑ла эшләй: 1990 й. башлап философия кафедраһы, 2000—13 йй. философия һәм фән методологияһы кафедраһы мөдире, 2021 й. алып философия һәм культурология кафедраһы профессоры, бер үк ваҡытта 1995 й. — РФА Өфө фәнни үҙәгендә философия һәм фән тарихы кафедраһы мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре белемдең методологик һәм социаль нигеҙҙәрен системалы тикшереүгә, уларҙың онтологик, гносеологик, теоретик һәм логик берлеген асыуға, онтология һәм математика философияһы проблемаларына арналған. “Белемде нигеҙләү проблемаһы” методологик семинары етәксеһе (1991), РФ Мәғариф һәм фән министрлығы “Философия” Баш советының “Онтология” секцияһы рәйесе (1999). Фихте И.Г. исемендәге Өфө йәмғиәтен ойоштороусыларҙың береһе.
Х е ҙ м.: Единство наук: основания и перспективы. Свердловск, 1988; Бытие. Уфа, 2001 (авторҙ.); Онтология и миф в генезисе философии. Уфа, 2012 (авторҙ.).
Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов