Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КУКУРУЗ

Просмотров: 989

КУКУРУЗ (Zea mays), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек төрө. К. тыуған ере — Үҙәк һәм Көньяҡ Америка. Ҡойолған орлоҡтарҙан үҫеүгә һәм ҡырағайланыуға һәләтһеҙ культуралы, бер йыллыҡ үҫемлек. Һабағы төҙ, ғәҙәттә, яңғыҙ, бейеклеге 50 см алып 6 м тиклем. Япрағы сиратлы, эре, киң ҡыяҡлы, тулҡынлы, өҫ яҡтан төклө. Үҫемлек бер өйлө, сәскәлеге айырым енесле. Һеркәлек башаҡтары парлы (берәүһе ултырма, икенсеһе һаплы), 1—2 сәскәле, һепертке башлы ос сәскәлектәргә йыйылған. Емеш сәскәһенән (емешлектең оҙон еп һымаҡ емешлек ауыҙы бар) һәм аҫҡы емешһеҙ сәскәнең яралғыһынан торған емешлек башаҡтары һабаҡтың урта өлөшөндәге япраҡтарҙың ҡуйынында булған сәкәндәрҙең йыуанайған үҙәгендә буй рәттәр булып урынлашҡан. Емеше — бөртөксә. К. 7 ярым төргә бүленә: теш һымаҡ, балауыҙ һымаҡ, крахмаллы, кремнийлы, шартлаусы, шәкәрле, ярылы. Башҡортостанда теш һымаҡ К. (составында 68—76% крахмал, 8—10% аҡһым, яҡынса 5% май бар) һәм кремнийлы К. (65—83% крахмал, 8—18% аҡһым, 5%‑ҡа тиклем май) үҫтерелә. 1000 орлоғоноң ауырлығы 100—400 г. Йылы яратҡан, ҡоролоҡҡа сыҙамлы үҫемлек. Вегетация осоро 90—150 көн. К. төп элгәрҙәре — ужым культуралары, ҡуҙаҡлы иген культуралары, иген культуралары. Сәсеү ысулы — рәт аралары 70 см булған киң рәтле. 1 га 60—80 мең үҫемлек сәселә. Орлоҡто сәсеү нормаһы 11—26 кг/га, сәсеү тәрәнлеге 6—12 см. Респ. 1991—95 йй. К. сәсеү майҙаны — 300 мең га, йәшел массаһының уңдырышлылығы 151 ц/га тәшкил иткән, 2011 й. — 110 мең га һәм 208,2 ц/га. Иң юғары уңдырышлылығы 646 ц/га (“Баҙы” АХПК, 2006) булған. К. аҙыҡ‑түлек (кукуруз онон, ярмаһын, ҡабартылған кукуруз таяҡсалары эшләп сығарыу һ.б.), крахмал‑патока, һыра ҡайнатыу, спирт һәм консерва сәнәғәтендә ҡулланыла. Республикала К. — төп силос культураһы. 100 кг силоста яҡынса 21 мал аҙығы берәмеге һәм 1800 г тиклем үҙләштерелеүсе протеин бар. Орлоғо — ҡиммәтле концентрат мал аҙығы һәм ҡатнаш мал аҙығы сәнәғәте өсөн сеймал. 1 кг орлоҡта 1,34 мал аҙығы берәмеге һәм 78 г үҙләштерелеүсе протеин була. К. селекцияһы, биологияһы һәм агротехникаһы б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 30—50‑се йй. алып Шишмә тәжрибә‑производство хужалығында (В.Х.Хангилдин), Өфө тәжрибә-производство хужалығында (Э.М.Кузеев, Ә.Ш.Латипов һ.б.), Бөрө тәжрибә‑производство хужалығында (Л.А.Ерусланова), Баймаҡ тәжрибә‑производство хужалығында (И.М.Буторин, С.М.Кочеганова һ.б.), Миловка уҡытыу‑тәжрибә хужалығында (М.П.Антонова, Б.М.Сәхәүетдинов һ.б.) үткәрелә. К. үҫтереү өсөн иң уңайлы шарттар Урал алды дала зонаһында һәм көньяҡ урман‑дала зонаһында. Респ. селекционерҙары тарафынан иртә өлгөрөүсе Чишминская 1, Чишминская 3 һ.б. сорттары сығарылған. БР б‑са Бемо 181 СВ, РОСС 145 МВ һ.б. гибридтары ҡулланылышҡа индерелгән.

М.М.Хәмиҙуллин

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 25.04.2023
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: