Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КАМАЙ, Мишкә р‑нындағы ауыл

Просмотров: 804

КАМАЙ, Мишкә р‑нындағы ауыл, Камай а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.-Көнс. 12 км һәм Загородная т. юл ст. Т. табан 131 км алыҫлыҡта Бөрө й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 900 кеше; 1920 — 900; 1939 — 685; 1959 — 1180; 1989 — 911; 2002 — 778; 2010 — 693 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Себер даруғаһы Дыуан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1758 й. төҙөлгән керҙәшлек килешеүе б‑са яһаҡлы мариҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә) нигеҙ һала. 1865 й. 90 йортта 550 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 1906 й. ш. уҡ башҡа милләттәр өсөн мәктәп, 2 бакалея кибете теркәлгән. Е.О.Орсаев ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019