Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МАЙ-СЫР ЯҺАУ ҺӘМ ҺӨТ СӘНӘҒӘТЕ

Просмотров: 1262

МАЙ, СЫР ЯҺАУ ҺӘМ ҺӨТ СӘНӘҒӘТЕ, һөт эшкәртеү б-са аҙыҡ-түлек сәнәғәте тармағы. Һыйыр майы, сырҙар, айыртылмаған һәм әсетелгән һөт продукцияһы, киптерелгән һөт, киптерелгән һөт өҫтө һәм ҡатышмалар, һөт консервалары, туңдырма һ.б. эшләп сығара. 20 б. башында Өфө губернаһында һыйыр майын етештереү м-н май яһау артелдәре шөғөлләнгән (ҡара: Кооперация). Тәүге эре май з-дтары һәм һөт комб-ттары Башҡортостанда 30-сы йй. төҙөлә (ҡара: Бәләбәй һөт комбинаты, Мәләүез һөт-консерва комбинаты). 1932 й. “Маслопром” Башҡ-н тресы булдырыла. 90-сы йй. аҙ. тиклем тармаҡ эшенә респ. “Башкирскмолагропром” идаралығы етәкселек итә. Был сәнәғәттә 40 пр-тие һанала, ш. иҫ. Белорет май-сыр комбинаты, Яңауыл май-сыр комбинаты, Бөрө айыртылған ҡоро һөт комбинаты, Мәсәғүт айыртылған ҡоро һөт комбинаты, Дүртөйлө һөт аҙыҡтары комбинаты, Ҡарлыман шәкәр-һөт-консерва комбинаты, “Миякимолзавод”, Нефтекама ҡала һөт заводы, Стәрлетамаҡ һөт комбинаты, “Сибайконсервмолоко”, Туймазы һөт заводы, “Уфамолагропром”, “Уфамолзавод”. 2012 й. һөт продукттарын 211 пр‑тие етештергән, ебәрелгән продукция күләме, эсемлектәр һәм тәмәкене индереп, аҙыҡ-түлек продукттары етештереүҙең 25,1%-ын тәшкил итә. Иң эре пр-тиелар иҫәбендә “АЛЛАТ” ЯАЙ (Өфө), Бәләбәй һөт комб-ты, Мәләүез һөт-консерва комб-ты, «Вимм- Биль-Данн “Уфамолагропром”» ААЙ, “Дәүләкән һөт комбинаты” ЯАЙ филиалдары бар. БР-ҙа һөт продукттары етештереү динамикаһы табл. бирелә. Продукцияһы БР-ҙа һәм РФ-тың башҡа төбәктәрендә һатыла. Белгестәр әҙерләү БДАУ-ҙа, Механика- технология колледжында, Мәләүез механика-технология техникумында һ.б. алып барыла.

Ш.С.Сәйфуллин, И.И.Үтәшев

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Башҡортостан Республикаһында май, сыр, һөт

продукцияһы етештереү, мең т.

 

1990

1995

2000

2005

2010

2012

Айыртылмаған һөт

462,3

224,9

174,9

223,9

378,0

334,5

Әсетелгән һөт продукцияһы

35,9

29,8

26,1

45,5

52,21

47,91

Мал майы

21,9

16,9

11,4

10,0

6,02

6,12

Киптерелгән һөт, киптерелгән һөт өҫтө һәм ҡатышмалар

18,1

11,9

5,6

5,6

Майлы сырҙар, брынзаны индереп

21,5

11,9

8,3

11,0

12,93

12,23

Һөт консервалары, мең шартлы банка

45,9

26,3

11,6

12,8

5,84

5,84

1 Әсетелгән һөт продукттары

2 Аҡ май

3 Сырҙар һәм сыр продукттары

4 Ҡуйыртылған һөт продукттары

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: