Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КҮҘӘЙ, Бүздәк р‑нындағы ауыл

Просмотров: 662

КҮҘӘЙ, Бүздәк р‑нындағы ауыл, Күҙәй а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 45 км алыҫлыҡта Төрөш й. (Сәрмәсән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 429 кеше; 1920 — 1105; 1939 — 1039; 1959 — 708; 1989 — 464; 2002 — 498; 2010 — 492 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, дөйөм практика табибы бүлеге, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 18 б. башында Ҡазан даруғаһы Ҡаңлы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1742 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында керҙәш башҡорттар һәм яһаҡлы татарҙар, 1759 й. Чанышевтар нәҫеленән булған мырҙалар, 18 б. аҙ. мишәрҙәр төпләнә. Тәүге төпләнеүсе Күҙәй Хоҙаймәтов исеме м‑н аталған. 1795 й. 18 йортта 119 кеше йәшәгән, 1865 й. 86 йортта — 463 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 3 һыу тирмәне булған. 1906 й. 2 мәсет, урыҫ-башҡ. мәктәбе, 3 һыу тирмәне, мөгәзәй теркәлгән. 20 б. башында Яңы Күҙәй бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң, Иҫке Күҙәй булараҡ иҫәпкә алынған, 30‑сы йй. хәҙ. исемен йөрөтә. З.Ш.Арыҫланова, З.Х.Ғафарова, М.И.Тоҡомбәтов, Ф.Ғ.Чанышева ошо ауылда тыуған.

М.Йәхретдинова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019