ЫРЫМБУР ИНСПЕКЦИЯҺЫ
ЫРЫМБУР ИНСПЕКЦИЯҺЫ, 18—19 бб. Рәсәй империяһында хәрби‑терр. идара органы. 1796 й. император Павел I указы м‑н ойошторола. Ы.и. составына Екатеринбург, Бутырск (1797 й. тиклем), Рыльск, Өфө мушкетёрҙар, Ҡазан һәм Ырымбур гарнизон полктары, Ырымбур драгун, 1‑се һәм 2‑се типтәр атлы полктары, Ҡазан ялан артиллерия батальоны инә. 1806 й. Ы.и. подразделениеларынан һәм Ырымбур губернаһы рекруттарынан Вильманстранд пехота полкы, Камчатка һәм Мингрел пехота, 25—31‑се егерь полктары ойошторола һәм хәрәкәт итеүсе армияға ебәрелә. 1808 й. Ы.и. 23‑сө пехота див. үҙгәртелә. Ы.и. инспекторҙары: И.А.Игельстром (1796—98), Н.Н.Бахметев (1798—1803), Г.С.Волконский (1803—08).
Р.Н.Рәхимов
Тәрж. М.Х.Хужин