Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УРМАН ТЕРГЕҘЕҮ

Просмотров: 1385

УРМАН ТЕРГЕҘЕҮ, урманды яһалма юл м‑н яңыртыу, ш. уҡ уның тәбиғи юл м‑н яңыртылыуына һәм тоҡом составын яҡшыртыуға булышлыҡ иткән саралар. У.т. барышында ҡырҡыу, янғын, дауыл арҡаһында юҡҡа сыҡҡан урман майҙандарында ағастар ултыртыла. Башҡортостанда У.т. 1990 й. — 33 мең га, 1995 й. — 29,1, 2000 й. — 15,3, 2005 й. — 12,0, 2006 й. — 10,0, 2011 й. 10,6 мең га майҙанда үткәрелә. У.т. б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 30‑сы йй. башлап Урман тәжрибә станцияһында алып барыла. 50—60‑сы йй. хужалыҡ өсөн ҡиммәтле тоҡомдар үҫкән ҡырҡынды һәм үртәндәрҙә комплекслы механизациялау ҡулланып У.т. ысул- дары (И.И.Левицкий, А.В.Письмеров, Л.И.Хәлфина һ.б.), 70—80‑се йй. урман ресурстарын файҙаланыу һәм тергеҙеү б‑са урман хужалығы сараларының төбәк системалары, урман ҡырҡыу ысулдары һәм У.т. б‑са тәҡдимдәр (И.А.Ибраһимов, И.П.Положенцев, А.Е.Рябчинский һ.б.) эшләнә. 70‑се йй. башлап Биология институтында боҙолған ландшафтарҙа һәм сәнәғәт арҡаһында бысранған терр‑яларҙа У.т. ысулдарын эшләү б‑са фәнни тикшеренеүҙәр алып барыла (А.А.Баталов, А.Ю.Кулагин, Ю.З.Кулагин һ.б.). 80‑се йй. башлап Аграр университетта урмандың тәбиғи юл м‑н яңырыуына булышлыҡ иткән саралар уйлап табыу б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә (К.М.Ғәбдрәхимов, Р.Ғ.Ситдиҡов, Ә.Ф.Хәйретдинов һ.б.). БР Урман хужалығы министрлығының урман тупрағы ғилеме һәм селекция орлоҡсолоғо лаб. тирә‑яҡ мөхиттең сәнәғәт ташландыҡтары м‑н төбәк һәм локаль бысраныуы шарттарында У.т. б‑са тәҡдимдәр эшләнә (З.С.Сурағолова).

Әҙәб.: Лесовосстановление на промышленных отвалах Предуралья и Южного Урала / А.А.Баталов [и др.] Уфа, 1989; С и т д и к о в Р.Г. Лесовыращивание на Южном Урале. Уфа, 1997; Н а б и у л л и н Р.Г., Х а й р е т д и н о в А.Ф. Лесное хозяйство Республики Башкортостан. Уфа, 2010.

К.М.Ғәбдрәхимов, А.Ш.Тимерйәнов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019