МИКРОБИОЛОГИЯ СӘНӘҒӘТЕ
МИКРОБИОЛОГИЯ СӘНӘҒӘТЕ, етештереү процестары нефть углеводородтарынан һәм газдан, ағас гидролизаттарынан, үҫемлек ҡалдыҡтарынан һ.б. алынған продукттарҙың микробиологик синтезына нигеҙләнгән сәнәғәт. Аминокислоталар, ферментлы препараттар (ҡара: Ферменттар), медицина өсөн тәғәйенләнмәгән антибиотиктар, мал аҙығы аҡһымдары һәм витаминдары, премикстар, бактериаль ашламалар, үҫемлектәрҙе һаҡлау өсөн микробиол. саралар, фурфурол һәм уның сығарылмалары, спирттар һ.б. эшләп сығара. СССР-ҙа М.с. үҫеше ағас гидролизаттарынан этил спирты (1935), мал аҙығы әсеткеләре (1943), фурфурол (1945) эшләп сығарыуҙан башлана. 1966 й. СССР МС эргәһендә М.с. Баш идаралығы булдырыла. 1968 й. Европала тәүге тапҡыр КПСС-тың 22-се съезы ис. Өфө НЭЗ-ында (ҡара: “Уфанефтехим”) нефттең таҙартылған парафиндары нигеҙендә аҡһымлы-витаминлы концентраттарҙың тәжрибә производствоһы ойошторола. 1976—2003 йй. Башҡортостан биохимия комбинаты парафиндар (паприн), этил спирты (эприн), он етештереү сәнәғәте ҡалдыҡтары (биотрин) нигеҙендә мал аҙығы аҡһымдары етештерә. 1990 й. БР сәнәғәт етештереүенең дөйөм күләменең 0,7%-ы М.с. өлөшөнә тура килә (ҡара: табл.). 1996 й. Ауыл хужалығы институты ризоторфин сығарыуҙы үҙләштерә. 2006 й. БР М.с. Башҡ-н премикстар з-ды (Благовещен ҡ.) һәм күп кенә бәләкәй предприятиелар эшләй. Продукцияһы БР-ҙа һатыла. Белгестәр ӨДНТУ-ла, БДУ-ла, БДМУ-ла, БДАУ-ҙа һ.б. әҙерләнә. М.с. өсөн пр-тие проекттары “Башгипробиосинтез” ДУП-ы тарафынан эшләнә. Шулай уҡ ҡара: Биотехнология, “Иммунопрепарат”, Тәжрибә заводы.
Ш.С.Сәйфуллин
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина
Башҡортостан Республикаһында микробиология сәнәғәте
продукцияһының төп төрҙәрен етештереү
|
1990 |
1995 |
2000 |
2005 |
Микробиологик мал аҙығы аҡһымы, т |
127203 |
16371 |
4418 |
– |
Ферментлы препараттар, шартлы т |
– |
42 |
475 |
243 |
Премикстар, шартлы т |
– |
1511 |
450 |
– |