Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МУЗЫКАЛЬ МИНИАТЮРА

Просмотров: 771

МУЗЫКАЛЬ МИНИАТЮРА, төрлө составтағы башҡарыусылар өсөн тәғәйенләнгән бәләкәй күләмле муз. пьеса. Йыш ҡына ябай 2 йәки 3 өлөшлө, ҡайһы берҙә рондо рәүешендәге формалы була. Башҡ. музыкаһында көнкүреш бейеүҙәренә һәм йыр жанрҙарына (вальс, марш, инструменталь көй, романс) бәйле булған М.м., Европа муз. формаларын үҙләштереү һәм акад. традицияларҙың формалашыуы осоронда мөһим роль уйнай: Ғ.С.Әлмөхәмәтов, С.Ғәбәши һәм В.И.Виноградовтың “Тантаналы маршы” (“Торжественный марш”; 1929), К.Й.Рәхимовтың “Көнсығыш маршы” (“Восточный марш”; 1936), “Башҡорт маршы” (“Башкирский марш”; 1946; бөтәһе лә — симфоник оркестр өсөн), виолончель һәм фп. өсөн М.М.Вәлиевтең “Романс”ы (1951) һ.б. 20 б. 50‑се йй. алып М.м. камера музыкаһының һәм вокаль музыканың төп жанрына әйләнә: фп., скрипка, виолончель һ.б. музыка ҡоралдары өсөн З.Ғ.Исмәғилев, Р.Ә.Мортазин, Н.Ғ.Сабитов, Х.Ф.Әхмәтов пьесалары. Программаһыҙ әҫәрҙәр (Н.Ғ.Сабитовтың 4 полифоник миниатюраһы, 1951; Х.Ш.Заимовтың фп. өсөн 24 прелюдияһы, 1952) м‑н бер рәттән программалы музыка киң таралыу ала, унда әҫәрҙәрҙең исеме уларҙың йөкмәткеһен белдереп тора: М.З.Бәшировтың фп. өсөн “Скерцо” (1959) һәм “Юмореска” (1960), А.Т.Кәримовтың ҡыллы ансамбль өсөн “Ҡояшлы көн” (“Солнечный день”; 1985), флейта һәм эстрада ансамбле өсөн “Шаян ел” (“Озорной ветерок”; 1989) әҫәрҙәре һ.б. Баян өсөн Т.Ш.Кәримовтың “Оҙатыу”, “Әкиәт” (“Сказка”), “Полька”, “Экспромт” (бөтәһе лә — 60‑сы йй.), Н.Я.Инякиндың “Күңелле һүрәттәр” (“Весёлые картинки”; 1967, 1968) циклы һәм “Өс скерцо” (“Три скерцо”; 1969); халыҡ музыка ҡоралдары: аккордеон, балалайка, баян, гармун, думбыра, ҡурай өсөн А.К.Кукубаевтың концерт пьесалары, контрабас-балалайка һәм урыҫ халыҡ музыка ҡоралдары ансамбле өсөн И.И.Хисаметдиновтың “Глория-блюз” (1992) һ.б. ҙур урын биләп тора. Балалар музыкаһында М.м. йыш ҡына циклдарға берләштерелә: Р.М.Хәсәновтың фп. өсөн 10 миниатюраһы, Р.Х.Ғәзизовтың “Һүрәттәр” (“Картинки”; 1980), Н.Ә.Дауытовтың “Балалар дәфтәре” (1989, 1990), В.М.Скобелкиндың фп. өсөн “Астрология” (1992) һәм “Фәрештәләр донъяһы” (“Ангельский мир”; 1996) исемле 24 прелюдияһы. Р.Ғ.Ҡасимовтың балалар өсөн байтаҡ әҫәрҙәре М.м. жанрында ижад ителгән: виолончель һәм фп. өсөн “Әхмәт Гәрәй улы Канзастан ҡайтты” (“Ахмат Гареевич вернулся из Канзаса”), “Эшкә китеп барған көләс колхозсы” (“Весёлый колхозник, возвращающийся на работу”; икеһе лә — 1995) һ.б. Хәҙ. заман М.м. композиторҙар тарафынан яңы техника, жанрҙар, образдар эҙләүе сағыла, музыка ҡоралдары диапазоны киңәйә, традицион булмаған музыка ҡоралдары составтары барлыҡҡа килә: ҡыллы квартет өсөн Р.Н. Сабитовтың “Көҙгөлә сағылған конструкциялар” (“Зеркальные конструкции”; 1978) циклы, С.Ә.Низаметдиновтың “Балалар сюитаһы” (“Детская сюита”; 1978), тынлы квинтет өсөн Ғәзизовтың Сюитаһы (1987), флейта, кларнет һәм фагот өсөн С.Г.Шаһиәхмәтованың “Бәләкәй көтөүселәр” (“Маленькие пастушки”; 1992) сюитаһы, фп. дуэты өсөн В.Н.Клепининдың “Урыҫ сюитаһы” (“Русская сюита”) һәм “Концерт вальсы” (“Концертный вальс”), ксилофон һәм фп. өсөн Ф.М.Ғафуровтың “Скерцо”, “Юмореска”һы (бөтәһе лә — 2000). Хисаметдиновтың башҡ. темаларына 44 скрипка дуэттарында (1997) һәм ҡыллы квартет өсөн 7 пьесанан торған циклында (2000) неофольклор тенденциялары сағыла. Шул уҡ стилистик тенденциялар халыҡ һүҙҙәренә С.Ғәбәшиҙең “Кәкүк” (1922), М.Марат шиғырына Әлмөхәмәтовтың “Сайҡалалар кәмәләр” (1930), Ш.Бабич шиғырына Әхмәтовтың “Ал да нур сәс халҡыңа” (50‑се йй.), Салауат Юлаев шиғырына Исмәғилевтең “Тирмәмдә” (1977) вокаль миниатюраларында; Х.Ғиләжев шиғырына Т.Ш.Кәримовтың “Таныш тулҡындар” (1968), ҡатнаш хор (a cappella) өсөн Г.Гейне шиғырына “Аҙашҡан йондоҙҙар” (“Бродят звёзды”; 1977), солист һәм хор өсөн И.Ә.Абдуллин шиғырына “Мираҫ” (1995), балалар хоры өсөн А.Игебаев шиғырына А.Т.Кәримовтың “Әсәйемә” (2008) хор әҫәрҙәрендә (ҡара: Хор музыкаһы); М.Х.Әхмәтовтың “Ҡытай пейзаж лирикаһынан” (“Из китайской пейзажной лирики”; 1993), Ш.Анаҡ шиғырҙарына Низаметдиновтың “Дүрт эпитафия” (“Четыре эпитафии”; 1982) һәм Н.Г.Турбина шиғырына “Ҡаралама” (“Черновик”; 1985), К.Хитомара һәм О.Якимото шиғырҙарына Р.Н.Сабитовтың “Япон поэзияһынан” (“Из японской поэзии”; 1978), Р.Х.Сәхәүетдинованың С.А.Есенин шиғырына “Фарсы мотивтары” (“Персидские мотивы”; 1992), М.И.Цветаеваның шиғырҙарына вокаль циклында (2004) һ.б. вокаль миниатюралар циклдарында күҙәтелә.

Әҙәб.: Г а р и п о в а Н.Ф. Башкирская фортепианная музыка: Язык, стиль, национальные традиции. Уфа, 1997. 

Е.Р.Скурко

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: