Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОРКЕСТРҘАР

Просмотров: 1391

ОРКЕСТРҘАР, музыка әҫәрҙәрҙе төрлө инструменттарҙа бергәләп башҡарыусы музыканттар коллективы. Инструменттарҙың составы (симфоник, ҡыллы, тынлы, һуҡма, халыҡ музыка ҡоралдары О. һ.б.) һәм тәғәйенләнеше (хәрби, уҡыусылар, һәүәҫкәр, эстрада, джаз һ.б.) б‑са айырыла. Инструменталь ансамблдәрҙән (һәр бер музыка ҡоралында айырым партия башҡарыла) ай‑ ырмалы рәүештә, О. бер төрлө музыка ҡоралдары төркөмө була һәм улар башлыса унисонға уйнай. Башҡортостанда О. т‑да тәүге мәғлүмәттәр 18 б. 2‑се ярт. ҡарай. 1772 й. Өфөлә һөргөнгә ебәрелгән поляктар ойошторған О. ҡатнашлығында “Бронислав әфәнде” (“Пан Бронислав”) муз. спектакле ҡуйыла. Дворяндар Волковтар, Селивёрстов, Тимашевтар һ.б. имениеларында крепостной һәм ялланған музыканттарҙың О. була. Ситтән килгән музыканттар һәм артистарҙың сығыштары м‑н бер рәттән, Өфө сик буйы батальонының хәрби О. (художество етәксеһе Р.Г.Игнатьев), Йыр, музыка һәм драма сәнғәтен һөйөүселәр йәмғиәтенең симфоник О. концерттар ҡуя. Уҡыусылар О. Өфө реаль уч‑щеһында (ҡара: Реаль училищелар; художество етәксеһе С.П.Копылов), “Ғәлиә” мәҙрәсәһендә (художество етәксеһе В.Клеменц) була. Дворяндар йыйылышы бинаһында үткәрелгән концерттарҙа һәм милли сәнғәт кисәләрендә һәүәҫкәр ҡыллы музыка ҡоралдары О. (художество етәксеһе И.Тереғолов) һәм Өфө мосолмандар хәйриә йәмғиәте О. ҡатнаша. 20 б. 20—30‑сы йй. Башҡорт драма театрында симфоник О. эшләй, улар спектаклдәр өсөн музыка, халыҡ музыкаһы эшкәртмәләрен һәм башҡ. комп. әҫәрҙәрен башҡаралар; К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тында һәм клубтарҙа һәүәҫкәр ҡыллы һәм тынлы О. була. 1938 й. алып Опера һәм балет театрының симфоник О. эшләй, уның ҡатнашлығында Башҡ‑н радиоһы һәм телевидениеһында грампластинкалар яҙҙырыла, фонд яҙмалары башҡарыла. Респ. концерт тормошо үҫешендә Сәнғәт училищеһының симфоник, тынлы, эстрада, урыҫ халыҡ музыка ҡоралдары О., башҡ. халыҡ музыка ҡоралдары О., ш. уҡ Әлмөхәмәтов Ғ. исемендәге гимназия-интернатының, Музыка мәктәбе №1 уҡыусылар О. ҙур роль уйнай. 40—60‑сы йй. кинотеатрҙарҙа һәм мәҙәниәт йорттарында эстрада, симфоник, джаз О. (ҡара: Джаз, Эстрада музыкаһы) була. 60—70‑се йй. Музыка колледжында, Салауат музыка колледжында, Октябрьский музыка колледжында, Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт училищеһында уҡыусылар О. барлыҡҡа килә. Сәнғәт институтының симфоник (художество етәкселәре М.Б.Голубицкий, З.З.Хәмәтдинов, Ф.Ф.Иҙрисов), урыҫ халыҡ музыка ҡоралдары (художество етәкселәре Б.П.Тевс, Л.Ҡ.Әхтәмова, В.А.Башенёв, Ю.И.Пигов, А.К.Савицкий), тынлы (художество етәксеһе Хәмәтдинов), башҡ. халыҡ музыка ҡоралдары (художество етәкселәре Р.Ғ.Рәхимов, И.Ә.Бигаев), эстрада-джаз (художество етәксеһе А.Д.Хәсәншин) О. төрлө концерт программалары м‑н сығыш яһайҙар. Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле (художество етәксеһе Р.В.Моратшин), “Ағиҙел” (художество етәксеһе А.М.Матвеев), “Мираҫ” (художество етәксеһе С.Е.Гориченский) бейеү ансамблдәренең О. ойошторола. 80—90‑сы йй. “Башҡортостан” (“Башкирия”; художество етәксеһе А.А.Калачёв), “Башҡортостан солистары” (“Солисты Башкортостана”; художество етәксеһе һәм дирижёры В.И.Платонов) камера О., Милли симфоник оркестр барлыҡҡа килә. 20 б. аҙ. – 21 б. башында Башҡорт филармонияһында ойошторолған эстрада-джаз О. (художество етәкселәре Г.П.Маркоров, О.В.Ҡасимов) һәм Халыҡ ҡоралдары милли оркестры заман инструменталь башҡарыу өлкәһендә яңы йүнәлештәр индерә. Коллективтарҙың төрлө пландағы концерт репертуарында Волга буйы һәм Урал композиторҙары музыка фестивалендә һ.б. музыкаль фестивалдәр һәм конкурстарҙа яңғыраған башҡ. комп. әҫәрҙәре ҙур урын биләп тора. Респ. смотрҙарында һәм марш‑парадтарҙа БР ЭЭМ‑дың тынлы О. (художество етәкселәре Г.Н.Иващенко, Хәмәтдинов, И.Г.Девятых), Өфө юғары хәрби авиация лётчиктар училищеһының хәрби О. (художество етәксеһе Иҙрисов) ҡатнаша. Һәүәҫкәр О. араһында Ауырғазы, Мәсетле район мәҙәниәт йорттарының, Белорет ҡала мәҙәниәт һарайының тынлы О., Благовещен ҡ. 2‑се балалар музыка мәктәбенең урыҫ халыҡ музыка ҡоралдары О., Бәләбәй урыҫ халыҡ инструменттары халыҡ оркестры айырыуса киң билдәле.

Ғ.Н.Әхмәҙиева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: