Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОРНАМЕНТИКА

Просмотров: 983

ОРНАМЕНТИКА, көйҙө биҙәү, уның тәьҫирен көсәйтеү, башҡарыусының виртуоз оҫталығын күрһәтеү өсөн ҡулланылған сағыштырмаса ваҡ оҙонлоҡтағы тауыштарҙан торған мелодик боролоштар. О. мелизмдар, тираталар, пассаждар, колоратуралар, глостар, фиоритуралар, фигурациялар инә. Тулыһынса нотаға һалынған, айырым тамғалар мн билдәләнгән О. һәм, ноталарҙа билдәләнмәйенсә, башҡарыусының импровизацияһы булған О. айыралар. Башҡ. халыҡ музыкаһында О. — милли мелостың фактураһы ойошоуының мөһим өлөшө булған вокаль һәм инструменталь импровизация. Башҡ. О. ҡайһы берҙә итальян фиоритуралары (вокал партияһында виртуоз, техник яҡтан ҡатмарлы пассаждар һәм мелизмдар) һәм тираталар (гамма рәүешендәге көй ағышы) йәки испан глостары (ритмы аныҡ, көйө вариацияланған биҙәктәр) мн сағыштырып була, ләкин уларҙың абстракт виртуозлығынан айырмалы рәүештә, билдәле бер йөкмәткегә нигеҙләнәһәм башҡарыусы оҫталығына, музыка ҡоралының мөмкинлектәренә, төбәк традицияларына таянып, ирекле башҡарыу мөмкинлеге мн ҡылыҡһырлана. Башҡ. О. яңғыҙ башҡарыу һәм ансамбль гетерофонияһының монодиялы традицияһы мн тығыҙ бәйле, унда көй, биҙәү элементтары арҡаһында, ҡайһы саҡта вариацион үҫеш ала. О. бигерәк тә милли инструменталь музыкала, айырыуса ҡурайҙа уйнағанда, асыҡһүрәтләнә. Күп быуын ҡурайсылары тарафынан тыуҙырылған ҡайһы бер ҡабатланмаҫ үҙенсәлекле биҙәү элементтарын нотаға һалырға мөмкин. Әммә дөйөм ҡабул ителгән нотациялар муз. әҫәрҙең бөтә нескәлектәрен дә сағылдырмай һәм уның яңғырашын шартлы рәүештә күҙ алдына баҫтыра (ҡара: 1се миҫал). Мелизмдарҙың түбәндәге төрҙәре ҡулланыла: бер йәки бер нисә тауыштан торған форшлагтар, агогика (ноталарҙа күрһәтелгән тауыш һәм пауза оҙонлоҡтарынан ситкә тайпылыу; ҡара: “Буранбай”, “Зөлхизә”, “Сибай”, “Уралһ.б.) уларҙы башҡарыуҙы ңүҙенсәлеге булып тора; фермата – тауыштың йәки паузаның һуҙылыуы; кульминацияны һәм терәк нөктәләрҙе айырып күрһәтеү өсөн тиҙһәм уртаса темплы инструменталь көйҙәрҙ әфайҙаланылған артикуляционштрихлы дифференциация (контраслы артикуляция ноталар оҙонлоғоноң триолдан септолаларға тиклем ирекле рәүештә ритмик бүленгән О. ярҙамында көсәйтелә; ҡара: “Гөлнәзирә”, “Байыҡ”). Милли О. төрҙәре: өзләүһәм обертональ үҙгәреш (ҡурайсылар А.М.Айытҡолов, Дилмөхәмәтовтар, Й.М.Иҫәнбаев, Ғ.З.Сөләймәнов, Р.Р.Рәхимовһ.б. ҡуллана; нотаға һалып булмай); мәғәнәүи өноҡшаш образдар (торналар тауышы, ҡара: 2се миҫал; сулпылар сыңлауы, ҡара: 3сө миҫал; ат тояҡтары тауышы, ҡара: 4се миҫал). Академик йүнәлештә ижад иткән комп., педагогтар һәм башҡарыусылар ирекле импровизацион О. дөйөм ҡабул ителгән нотация мн ябайлаштыралар һәм стандартлаштыралар, биҙәү элементтарын төп көйҙән айырыу өсөн нотала төрлө күләмдәге шрифтар ҡулланалар.

Әҙәб.: Р а х и м о в Р.Г. Фактура башкирской инструментальной монодии: фольклорные исследования. Уфа, 2001; ш у л у ҡ. Башкирская народная инструментальная культура: этноорганологические исследования. Уфа, 2006.

Р.Ғ.Рәхимов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Илл.: Башҡ. халыҡ йыры “Буранбай”ҙың инструменталь варианты (фрагмент)

Илл.: Башҡ. халыҡ йыры “Сыңрау торна”ның инструменталь варианты (фрагмент)

Илл.: Башҡ. халыҡ көйө (фрагмент)

Илл.: Ҡумыҙҙа өн оҡшаш көй (фрагмент)

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: