МИҢЛЕҒОЛОВ Тәфтизан Таһир улы
МИҢЛЕҒОЛОВ Тәфтизан Таһир улы [29.5.1922, АСБР‑ҙың Бөрйән- Түңгәүер кантоны Күсей а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) — 29.9.1943, Белорус ССР‑ы Усохи а. янында, Галки а. ерләнгән], Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Баймаҡ районының Ворошилов исемендәге колхозында эшләй. 1942 й. апреленән алып Сталинград һәм Үҙәк фронттарҙа хеҙмәт итә. Герой исеменә 61‑се армияның 7‑се гвардия кавалерия корпусы Чернигов кавалерия дивизияһы 62‑се гвардия кавалерия полкы миномёт батареяһының расчёт командиры гвардия сержанты М. 1943 й. 29 сентябрендә Усохи а. янындағы алышта күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин (1944), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ (икеһе лә — 1943) ордендары менән бүләкләнгән. М. исеме Баймаҡ ҡ. урамға, Күсей а. урамға һәм ул уҡыған мәктәпкә бирелгән, шулай уҡ унда уға һәйкәл, мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
И.Ғ.Кәримова
Тәрж. М.Х.Хужин