Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЫҘАН КОМИССИЯЛАРЫ

Просмотров: 1280

ЫҘАН КОМИССИЯЛАРЫ, 19 б. 2‑се ярт. — 20 б. башында Рәсәйҙә ер биләү үҙенсәлектәре м‑н айырылған терр‑яларҙа ыҙан эштәрен ойоштороу һәм үткәреүҙе тормошҡа ашырған хөкүмәт учреждениелары (ҡара: Махсус ыҙанлау). Башҡортостанда Ы.к. 1848 й. 27 дек. Дәүләт советы фекерҙәре баҫылғандан һуң төҙөлә; ул һәр улустағы аҫаба башҡорттар (ҡара: Аҫабалыҡ) һәм керҙәштәрҙең иҫәбе, ер биләмәләренең майҙаны т‑да мәғлүмәт йыйырға һәм алынған мәғлүмәт нигеҙендә керҙәштәрҙе ер м‑н тәьмин итергә тейеш була. Ы.к. эшмә­кәрлегенә Ырымбур граждан губернаторы дөйөм етәкселек итә. Өфөлә урынлашҡан Башҡорт Ы.к. составына урындағы хакимиәт вәкилдәре, аҫаба башҡорттар һәм керҙәштәр инә. Кантон башлыҡтарынан аҫаба һәм хәрби ҡатламдан керҙәш вәкилдәре — Ырымбур хәрби губернаторы, дәүләт крәҫтиәндәре вәкилдәре — Дәүләт милке министрлығының Ырымбур палатаһы идарасыһы; удел крәҫтиәндәре вәкилдәре Удел министрлығының Ырымбур палатаһы идарасыһы тарафынан тәғәйенләнгән. 1863 й. алып Ы.к. Өфөнән Ырымбур ҡ. күсерелә, етәкселек Ырымбур хәрби ген.‑губернаторы ҡарамағындағы махсус эштәр чиновнигына йөкмәтелә. Ы.к. төп бурысы аҫаба башҡорттар м‑н килешеп керҙәштәрҙе ҡаҙна ерҙәренә күсермәйенсә ер м‑н тәьмин итеү булған. 1869 й. Ы.к. бөтөрөлә, документтары крәҫтиән эштәре буйынса губерна присутствиелары ҡарамағына тапшырыла. Аҫаба башҡорттар һәм керҙәштәр араһында дайса терр‑яларын бүлеүҙе (ерҙәрҙе бүлеү т‑да акттар төҙөү) мировой аралашсылар (1889 й. алып земство участкаһы нач.) ойошторған. Губерна присутствиелары дайса хужаларының һәм уны ҡулланыусыларҙың документтарының дөрөҫлөгөн раҫлаған. 1898 й. авг. терр. принцип б‑са Ы.к. төҙөлгән (Өфө, Ырымбур, Пермь), уларға элекке Ы.к. һәм крәҫтиән эштәре б‑са присутствиеларҙың материалдары тапшырылған; Ы.к. составына ЭЭМ һәм Юстиция министрлығы чиновниктары ингән; етәкселек Юстиция министрлығына йөкмәтелгән. 1916 й. Ы.к. эшмәкәрлеге туҡтатыла.

Әҙәб.: Акманов А.И. Земельные отношения в Башкортостане и башкирское землевладение во второй половине XVI — начале XX вв. Уфа, 2007.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: