Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КУЗЬМИНОВКА, Фёдоровка р‑нындағы ауыл

Просмотров: 627

КУЗЬМИНОВКА, Фёдоровка р‑нындағы ауыл, Фёдоровка а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 6 км һәм Мәләүез т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 66 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1632 кеше; 1920 — 1483; 1939 — 922; 1959 — 745; 1989 — 534; 2002 — 523; 2010 — 439 кеше. Мордвалар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер- акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Нуғай даруғаһында мордва крәҫтиәндәре нигеҙ һала. 1795 й. бында Пенза губ. Саранск өйәҙе Семилги а. крәҫтиәндәре килеп урынлаша. Шулай уҡ Татлыбай Балыҡлы исеме м‑н теркәлгән. 1795 й. — 106 ир-ат, 1865 й. 151 йортта 1228 кеше иҫәпкә алынған. Игенселек, ылаусылыҡ, сабата үреү м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. шарап кибете, мөгәзәй теркәлгән. Н.Т.Антошкин ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019