Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МЫРҘАҠАЕВ Факил Сәлих улы

Просмотров: 932

МЫРҘАҠАЕВ Факил Сәлих улы (14.11.1950, БАССР‑ҙың Миәкә р‑ны Ҡаран‑Ҡуңҡаҫ а.), яҙыусы, тәржемәсе. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1993). Журналистар союзы (1979), Яҙыусылар союзы (1997) ағзаһы. БДУ‑ны тамамлаған (1983). 1971 й. алып “Октябрь”, 1975 й. — “Совет Башҡортостаны” (1985 й. алып бүлек мөдире) гәз. хеҙм‑ре, 1986 й. — “Башҡортостан ҡыҙы” ж. яуаплы секретары, 1996 й. — “Башҡортостан” гәз., 2011 й. — “Һәнәк” ж. баш мөхәррир урынбаҫары. “Ҡамғаҡ” (1996), “Аҙашҡан болан балаһы” (2000), “Яҙмыш фалы — йәшлектә” (2007), “Яратам, тигәйнең” (2010), “Ҡайын һуты” (2015) һ.б. китапта‑ рына ингән повесть һәм хикәйәләр авторы. “Урыҫса‑башҡортса ауыл хужалығы терминдары һүҙлеге”нең (“Русско‑башкирский словарь сель‑ скохозяйственных терминов”; 1987; 2001 й. — 2‑се тулыландырылған баҫмаһы), “Мостай Кәрим афоризмдары= Афоризмы Мустая Карима” (2014) китабының автор-төҙөүсеһе. Әҫәрҙәре урыҫ, татар телдәренә тәржемә ителгән. С.Т.Айытматов, М.М.Ахмадов, В.В.Быков, В.Н.Ганичев, Т.Й.Ғиниәтуллин, Ю.С.Рытхэу, В.М.Шукшин һ.б. әҫәрҙәрен башҡ. теленә тәржемә итә. Аҡмулла (2005), Һ.Дәүләтшина (2009) ис. пр. лауреаты.

Ә ҫ ә р ҙ.: Йәш хәбәрсе. Өфө, 1993. Фәһемле фекерҙәр донъяһында: башҡорт яҙыусыларының афоризмдары: 2 китапта. Өфө, 2003—2010; Тынғыһыҙ малай: повестар, хикәйәләр. Өфө, 2004. 

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: