Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЛИЦЕЙҘАР

Просмотров: 1167

ЛИЦЕЙҘАР (гр. lykeion — Афина эргәһендә Аполлон Ликейский ҡорамына ҡараған сауҡалыҡ исеме), 1) 1917 й. тиклем Рәсәйҙә дворян балаларынан дәүләт чиновниктары әҙерләй торған өҫтөнлөклө урта йәки юғары уҡыу йорттары; 2) РФ‑та үҙ уҡыу программалары б‑са эшләгән (1988 й. алып) ҡайһы бер урта дөйөм белем биреү һәм проф. уҡыу йорттары. РФ Мәғариф һәм фән министрлығы ҡарамағында була. Дөйөм белем биреү учреждениелары т‑дағы типовой положениеға (2001) ярашлы, Л. техник йәки тәбиғәт фәндәре профиле предметтары б‑са уҡыусыларға өҫтәмә (тәрәнәйтелгән) әҙерлек тәьмин итеүсе төп уҡыу һәм урта (тулы) дөйөм белем биреүсе дөйөм белем программаларын ғәмәлләштерә һәм башланғыс дөйөм белем биреүсе дөйөм белем программаларын тормошҡа ашыра ала. Башҡортостанда тәүге Л. 1991 й. Бөрө ҡ. асыла. 2010 й. 82 Л. була, уларҙың 50-һе — урта белем биреү һәм 32‑һе — башланғыс проф. белем биреү учреждениелары, 2013 й. — 58 Л. (дөйөм белем биреү) иҫәпләнә, ш. иҫ. Башҡорт лицейинтернаты, Компьютер лицейинтернаты, Күмертау политехник лицейинтернаты, Лицей №136, Мәсәғүт ли цейы, Оло Ыҡтамаҡ лицейы №1, Раевка башҡорт лицейы, Стәрлетамаҡ лицейинтернаты №2, Талбазы лицейы һ.б.

Әҙәб.: МухамедьяноваГ.М. Модернизация школьного и начального профессионального образования на рубеже веков (на примере системы образования Республики Башкортостан). Уфа, 2005.

Г.М.Мөхәмәтйәнова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: