Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УРТА БЕЛЕМ

Просмотров: 1781

УРТА БЕЛЕМ, дөйөм белемдең икенсе баҫҡысы, маҡсаты — уҡыусыларҙың тейешле уҡыу программаларын үҙләштереүе; юғары белем өсөн нигеҙ булып тора. Дөйөм У.б. һәм урта профессиональ белем айырыла (ҡара: Мәғариф).

Башҡортостанда У.б. формалашыуы мәсеттәрҙә (ҡара: Мәҙрәсә) мосолман дини мәктәптәре таралыуға бәйле. Өфө епархияһы барлыҡҡа килеү м‑н Дини семинария асыла. Донъяуи У.б. Өфө ир балалар гимназияһы, Мариин ҡыҙ балалар гимназияһы, Өфө икенсе ҡыҙ балалар гимназияһы ойошторолғандан һуң үҫеш ала. 19 б. 2‑се ярт. Өфө губернаһында һәм Ырымбур губернаһында У.б. системаһына Халыҡ мәғарифы министрлығы, императрица Мария учреждениелары ведомствоһы ҡарамағында булған ир һәм ҡыҙ балалар өсөн классик гимназиялар һәм прогимназиялар, реаль училищелар, коммерция училищелары, 1—2‑се разрядлы ҡыҙ балалар уч‑щелары һәм Православие руханиҙары ведомствоһының епархия уч‑щелары инә. 19 б. аҙ. Өфө губ. — 0,4%, Ырымбур губ. 0,8% мәктәп йәшендәге балалар У.б. ала. 1900 й. урта уҡыу йорттарында 67 башҡорт һәм татар (51 ир һәм 16 ҡыҙ бала) уҡый. 1913 й. Өфө һәм Ырымбур губ. 35 урта дөйөм белем биреү уҡыу йорто, ш. иҫ. 4 ир бала, 16 ҡыҙ бала гимназияһы (прогимназиялар м‑н), 6 шәхси гимназия һәм прогимназия, 9 реаль уч‑ще, иҫәпләнә, уларҙа башлыса өҫтөнлөклө ҡатламдарҙан урыҫ балалары уҡый. 1917 й. урта мәктәптәр дәүләт ҡарамағына күсә. “Берҙәм хеҙмәт мәктәбе тураһында положение”ға (1918) ярашлы, 13—17 йәшлек балалар өсөн 4 йыллыҡ (1923 й. алып 5 йыллыҡ) 2‑се баҫҡыс мәктәптәр урта мәктәптең төп тибы булып тора (ҡара: Дөйөм белем биреү мәктәптәре). 1928 й. респ. 2‑се баҫҡыслы 87 мәктәп (13 меңдән ашыу уҡыусы) эшләй. 1934 й. башлап урта мәктәптә 10 йыллыҡ уҡыу курсы индерелә. 1938 й. 123 урта мәктәп (29 меңгә яҡын уҡыусы), ш. иҫ. 64 милли мәктәп, иҫәпләнә. 1940—41 йй. 50,9% уҡыусы урта белем ала. Урта мәктәптәргә уҡытыусылар Тимирязев К.А. исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтында, уҡытыусылар институттарында әҙерләнә. 1958—66 йй. урта мәктәптә уҡыу курсы 11 йыл тәшкил итә. 1966—75 йй. дөйөм У.б. күсеү өсөн шарттар булдырыла: матди база нығытыла, мәктәп‑интернаттар асыла, кабинетта уҡытыу системаһы индерелә, юғары белемле уҡытыусылар һаны арта. 1976 й. юғары белемле педагогтар ҡала мәктәптәрендә 87,5% һәм ауыл мәктәптәрендә 62,1% тәшкил итә; респ. уҡыусыларының 98,1%‑ы урта мәктәптәрҙең юғары кластарында, эшсе һәм ауыл йәштәре мәктәптәрендә, урта һөнәрселек‑техник уч‑щеларҙа, техникумдарҙа уҡыуын дауам итә. БР‑ҙа 1999 й. — 3265 (694,8 мең уҡыусы), 2009 й. 2212 (451,1 мең) көндөҙгө белем биреү учреждениеһы, ш. иҫ. 129 гимназия һәм лицей (73,7 мең уҡыусы), иҫәпләнә. 2003 й. 11 йыллыҡ уҡыуға (4 йыл — башланғыс, 5 йыл — төп һәм 2 йыл — урта) күсеү тамамлана. 21 б. башынан Башҡортостанда мәғлүмәтләштереү, уҡытыуҙың алдынғы технологияларын, белем сифатын баһалауҙың яңы системаһын, профилле уҡытыуҙы индереү, уҡыу процесын компьютерлаштырыу, уҡытыуҙы индивидуалләштереү һәм дифференциациялау б‑са эш алып барыла. Ҡайһы бер гимназияларҙа һәм лицейҙарҙа модуль‑рейтинг режимы, проблемалы уҡытыу технологиялары, уҡыусыларҙың проект эшмәкәрлеге үҙләштерелә. 2009 й. башлап дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы һәм ҡабул итеү имтихандары формаһы булып берҙәм дәүләт имтиханы тора. Республикала У.б. формалашыу тарихына Р.З.Алмаев, Ф.Х.Мостафина, М.Н.Фәрхшатов, С.Р.Әлибаев һ.б. хеҙмәттәре арналған. БР‑ҙа У.б. өлкәһендә тикшеренеүҙәр, урта дөйөм белем биреү мәктәптәре өсөн кадрҙар Педагогия университетында, Башҡорт дәүләт университетында, Бөрө социаль‑педагогия академияһында, Стәрлетамаҡ педагогия академияһында, Көнсығыш иҡтисади‑юридик гуманитар академияһында һ.б. әҙерләнә.

Әҙәб.: А л м а е в Р.З. Школьное образование в Башкирской АССР: история, достижения, традиции. Уфа, 2008.

Р.З.Алмаев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019