Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МИТРӘЙ-ӘЙҮП, Саҡмағош р‑нындағы ауыл

Просмотров: 1512

МИТРӘЙ-ӘЙҮП, Саҡмағош р‑нындағы ауыл, Йомаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 29 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 60 км алыҫлыҡта Баҙы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 450 кеше; 1920 — 690; 1939 — 608; 1959 — 699; 1989 — 482; 2002 — 460; 2010 — 457 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Йомаш урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡыр- Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1635 й. керҙәшлек килешеүе б‑са типтәрҙәр нигеҙ һала. Шулай уҡ Әйүп, Баҙыбаш, Митрәй булараҡ билдәле булған. 1865 й. 60 йортта 312 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 4 һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, бакалея кибете теркәлгән. Р.Ғ.Баҙыҡов ошо ауылда тыуған.

 Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019