Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЛАЧИНОВ Алексей Николаевич

Просмотров: 1086

ЛАЧИНОВ Алексей Николаевич (25.11.1952, Өфө ҡ.), физик. Физика‑математика фәндәре докторы (1999). БР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2019). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1974) Молекулалар һәм кристалдар физикаһы институтында эшләй: 1989 й. алып өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1995 й. — лаборатория мөдире, бер үк ваҡытта 2001–10 йй. БДУ‑ла, Бөрө социаль-педагогия академияһында, БДПУ‑ла (2009 й. башлап ғәмәли физика һәм нанотехнологиялар кафедраһы мөдире), 2006–12 йй. ӨДАТУ‑ла эшләй. 2013 й. алып РФА Өфө ФҮ-нәң фәнни-ойоштороу мәсьәләләре буйынса рәйес урынбаҫары. Фәнни хеҙмәттәре шыйыҡ кристалдарҙы тикшереүгә һәм эйәртеүле булмаған полимерҙарҙың электроникаһына арналған. Л. тарафынан шыйыҡ кристалдарҙа өҫкө йөҙ поляризацияһы булыуы иҫбатлана; полимерҙарҙа заряд тотороҡһоҙлоғо, баҫым менән индукциялаған электрондар күсерелеше, ферромагнитлы‑органик материал структураһында бик ҙур магнит ҡаршылығы, йылылыҡ стимуллаштырыусы диэлектрик‑металл фаза күсеше һ.б. асыҡлана; полиариленфталидтар нигеҙендә һалҡын катодтар класы, металл конструкцияларҙа һәм машина деталдәрендә фаза үҙгәреүҙәрен һәм структура боҙолоуҙарын емермәйенсә диагностикалау, мәғлүмәтте нанометрлы масштабта (кремний‑кремний окисы‑полимер структураһында) йәшерен рәүештә яҙыу ысулдары һ.б. уйлап табыла.

Хеҙм.: К вопросу о высокой проводимости несопряжённых полимеров //Журнал экспериментальной и теоретической физики. 2006. Т.129. Вып. 4 (авторҙ.); Электроника тонких слоёв широкозонных полимеров //Успехи физических наук. 2006. Т.176. №12 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

В.А.Мазунов
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 08.11.2021