Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МАТЕРИАЛДАРҘЫ ӨЙРӘНЕҮ ҒИЛЕМЕ

Просмотров: 1268

МАТЕРИАЛДАРҘЫ ӨЙРӘНЕҮ ҒИЛЕМЕ, материалдарҙың үҙенсәлеге һәм төҙөлөшө т‑дағы фән. М.ө.ғ. төп маҡсаты: материалдарҙың составы, структураһы һәм физик‑механик үҙенсәлектәре араһындағы бәйләнештәрҙе билдәләү, машина деталдәренең, инструменттарҙың һ.б. изделиеларҙың юғары ышаныслылығын һәм оҙаҡ файҙаланыуҙы тәьмин итеү өсөн материалдарҙың ныҡлығын арттырыуҙың төрлө ысулдарын табыу б‑са теоретик һәм ғәмәли тикшеренеүҙәр үткәреү. М.ө.ғ. төп өйрәнеү объекттары — металдар, керамика, полимерҙар, композицион материалдар. М.ө.ғ. төп өлөшө — металдарҙы өйрәнеү ғилеме, физик нигеҙе — металлофизика. Конструкция материалдары үҫешеү м‑н М.ө.ғ. үҙенең сиктәрен киңәйтә. Металл булмаған М.ө.ғ. ағас эшкәртеү, быяла (ҡара: Быяла, Быяласүс материалдар), керамик материалдар, төҙөлөш материалдары етештереү м‑н бәйле. Башҡортостанда М.ө.ғ. б‑са ғилми тикшеренеүҙәр 20 б. 60‑сы йй. башлана: БР‑ҙың Төҙөлөш һәм ҡала төҙөлөшө комплексы институтында — төҙөлөш материалдарын (бетон, тимер‑бетон һ.б.), 80‑се йй. алып Органик химия институтында полимерҙарҙы һәм полимер материалдарҙы тикшереү, булдырыу һәм камиллаштырыу эштәре алып барыла. 80—90‑сы ййАвиация техник университетында, “Мотор” ҒПБ‑нда Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институтында, Технология һәм производствоны ойоштороу институтында техниканың төрлө өлкәләрендә ҡулланыла алған полимер һәм металл матрицаларға нигеҙләнгән конструкция материалдарын табыу, производствоға индереү б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә.

Ю.С.Первушин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: