Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МАТЕРИАЛДАР ҠАРШЫЛЫҒЫ

Просмотров: 1269

МАТЕРИАЛДАР ҠАРШЫЛЫҒЫ, машина деталдәренең, ҡоролмаларҙың һәм конструкцияларҙың ныҡлығы, ҡатылығы т‑дағы фән. Теоретик (идеаллаштырылған ҡаты есемде тикшерә) һәм эксперименталь (реаль материалдарҙың механик үҙенсәлектәре) өлөштән тора. М.ҡ. ниндәй ҙә булһа көстәр тәьҫире аҫтында төрлө материалдарҙың үҙенсәлеген өйрәнә, материалдарҙы, машина деталдәренең формаһын һәм үлсәмдәрен, ҡоролмаларҙың элементтарын һайлап алыу ысулдарын билдәләй, конструкция элементтарының ныҡлы һәм ышаныслы булған моделдәрен эшләй. Башҡортостанда М.ҡ. өлкәһендәге тикшеренеүҙәр 20 б. 60‑сы йй. башлап Авиация техник университетында алып барыла (И.А.Биргер, В.С.Жернаков, Г.Б.Иосилевич, Р.Р.Мәүлитов, И.В.Рокитянская һ.б.), ғилми мәктәп ойошторола (деформацияланыусы есемдәр механикаһының һанса һәм эксперименталь ысулдарын табыу һәм үҫтереү, тығыҙлыҡ, һығылмалылыҡ һәм шыуыусанлыҡ теорияларының фундаменталь, ғәмәли мәсьәләләрен сисеү, конструкция элементтарының талыуы һәм оҙайлы ныҡлығын өйрәнеү б‑са эштәр алып барыла). Авиация конструкцияларының ныҡлығын тикшереү б‑са эксперименталь базаһы булған тармаҡ лаб. ойошторола. Юғары интенсив механик һәм йылылыҡ йоғонтоһо аҫтында эшләгән авиация конструкциялары элементтарындағы көсөргәнеш концентрацияһын баһалау б‑са тикшеренеүҙәр башлана. Материалдарҙың шыуыусанлығы шарттарында деформацияланған конструкция элементтарында көсөргәнештәрҙең йыйылыу күренеше тикшерелә, уның талыуы һәм оҙайлы ныҡлығына йоғонтоһо т‑да мәғлүмәттәр алына, резьбалы ҡушылмаларҙа йөкләнештең бүленеүе һәм көсөргәнешлектең йыйылыуы т‑дағы контактлы термо‑йәбешкәк‑тығыҙлыҡ мәсьәләһе хәл ителә (Жернаков). Көсөргәнешле‑деформациялы хәлде һәм конструкция элементтарында көсөргәнеш йыйылыуын анализлауҙың һанса ысулдары эшләнә (тығыҙлыҡ һәм һығылмалылыҡ теорияһының яҫылыҡҡа һәм күсәргә ҡарата симметрик мәсьәләләрен сисеүҙең алгоритмдары һәм программалары; Иосилевич, Мәүлитов, Рокитянская); конструкция элементтарында, атап әйткәндә, ҡатмарлы йөкләндереү ваҡытында көсөргәнеш йыйылыуын тикшереү циклы башҡарыла; есемде йөкләндереүҙең йәки бушатыуҙың реаль характерын иҫәпкә алған методика эшләнә (Т.Н.Мардимасова). Полимер материалдарҙан яһалған изделиеларҙа ҡалдыҡ көсөргәнештәрҙең барлыҡҡа килеүе процестарының моделен яһау проблемалары (В.С.Куликов, Мардимасова), емерелеү механикаһы һәм конструкция элементтарының ярылыуға сыҙамлы булыуын баһалауҙың байтаҡ фундаменталь һәм ғәмәли мәсьәләләре сиселгән, уларҙың көсөргәнешле‑деформацияланған хәлен иҫәпләп сығарыу методикаһы эшләнгән, уларға нигеҙләнеп турбомашиналар көрәксәләрендәге резьбалы һәм йоҙаҡлы ҡушылмаларҙа ярылған урын булған ваҡыттағы көсөргәнеш һәм деформациялар тикшерелгән (Жернаков, И.Н.Будилов). Йоҡа көплөктәр теорияһының һыҙыҡлы булмаған геом. мәсьәләләрен сисеүҙең теоретик нигеҙҙәре һәм һанса ысулы эшләнгән (Жернаков, Х.Ш.Ғәзизов), мөхит м‑н йоғонто яһалыусы конструкцияларҙың динамикаһы өйрәнелгән, процестың матем. моделе эшләнгән (Р.Ғ.Яҡупов). Стационар булмаған т‑ра‑йылылыҡ факторҙары тәьҫирендә композицион материалдарҙың тығыҙлыҡ һәм ныҡлыҡ үҙенсәлектәре кәмеүенең механизмдары тикшерелгән, тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәләре производствоға индерелгән (В.П.Павлов, Ю.С.Первушин).

Әҙәб.: Б и р г е р И.А., М а в л ю т о в Р.Р. Сопротивление материалов. М., 1994; Г а ф а р о в Р.Х., Ж е р н а к о в В.С. Что нужно знать о сопротивлении материалов, М., 2001. 

 В.С.Жернаков

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019