Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НИКОЛО‑БЕРЁЗОВКА, ауыл, Краснокама р‑ны үҙәге

Просмотров: 1126

НИКОЛО‑БЕРЁЗОВКА, ауыл, Краснокама р‑ны (1930—32 йй., 1935—63 йй., 1987 й. алып) һәм Николо-Берёзовка а/с үҙәге. Өфөнән Т.-Көнб. 210 км һәм Нефтекама т. юл ст. Т.-Көнб. табан 7 км алыҫлыҡта Берёзовка й. (Кама й. ҡушылдығы) тамағында, Краснохолмский—Николо-Берёзовка автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1906 й. – 0,3; 1920 – 1,3; 1939 – 2,8; 1959 – 5,9; 1989 – 5,1; 2002 – 6,0; 2010 – 6,1. Урыҫтар, татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Николо‑Берёзовка урта мәктәбе, сәнғәт мәктәбе, 3 балалар баҡсаһы, ДЮСШ, үҙәк район дауаханаһы һәм китапханаһы, балалар китапханаһы, мәҙәниәт йорто (6 үҙешмәкәр сәнғәт халыҡ коллективы), тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы, мәсет, Николай сиркәүе бар; урыҫ тарихимәҙәни үҙәге эшләй. Ауылға 16 б. 2‑се ярт. Уҫы даруғаһы терр‑яһында батша һарайы крәҫтиәндәре Никольск исеме м‑н нигеҙ һала. Шулай уҡ Берёзовка исеме м‑н билдәле булған. 1865 й. 99 йортта 593 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, балыҡсылыҡ, ҡап тегеү м‑н шөғөлләнгәндәр. Сиркәү, училище, ел һәм 2 һыу тирмәне, ҡунаҡхана, 10 бакалея кибете булған, йәрминкәләр үткәрелгән; пристань эшләгән. 19 б. аҙ. алып хәҙ. исемен йөрөтә. 1906 й. часовня, малайҙар һәм ҡыҙҙар өсөн земство мәктәптәре, земство фельдшеры пункты, почта бүлексәһе, шарап, 2 һыра, 4 мануфактура һәм 16 бакалея кибете, пристань теркәлгән; йәрминкәләр булған. Ауыл эргәһендәге Моховое һаҙлығы, шыршы һәм ҡарағай ултыртмалары, тәбиғи ҡарағайлыҡтар – тәбиғәт ҡомартҡылары. В.М.Сюткин, В.А.Целищев ошо ауылда тыуған.  

 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019