Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӘТӘҮБАШ, Бәләбәй р‑нындағы ауыл

Просмотров: 811

МӘТӘҮБАШ, Бәләбәй р‑нындағы ауыл, Мәтәүбаш а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 22 км һәм Аксаков т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 38 км алыҫлыҡта Мәтәү й. (Өҫән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1023 кеше; 1920 — 1271; 1939 — 1204; 1959 — 974; 1989 — 733; 2002 — 687; 2010 — 789 кеше. Татарҙар, мариҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп, дөйөм практика табибы бүлеге, мәҙәниәт йорто, китапхана бар. Ауылға 1743 й., 1749 й. керҙәшлек килешеүҙәре б‑са Ҡазан даруғаһы Ҡаңлы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә ш. уҡ даруғаның Мәтәүтамаҡ а. (хәҙ. Туймазы р‑ны) типтәрҙәре нигеҙ һала. Исеме гидронимдан алынған. 1865 й. 40 йортта 314 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мәсет, һыу тирмәне, бакалея кибете булған. 70‑се йй. М. 19 б. 2‑се ярт. нигеҙләнгән Мәтәү-Аҡкөбәк а. ҡушылған. А.Х.Васильев ошо ауылда тыуған. 

Т.И.Әминов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов


Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019