Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МИНИСТРЛЫҠ МӘКТӘПТӘРЕ

Просмотров: 1345

МИНИСТРЛЫҠ МӘКТӘПТӘРЕ, м и н и с т р л ы ҡ у ч и л и щ е л а р ы, Рәсәйҙә Халыҡ мәғарифы министрлығының башланғыс уҡыу йорттары. 1869 й. алып “өлгөлө” 1 класлы (уҡыу 3 йыл булған) һәм 2 класлы (5 йыл) башланғыс министрлыҡ мәктәптәре булараҡ асылып, башланғыс мәктәптәрҙә уҡытыу- тәрбиә эшенең өлгөһөнә әйләнергә тейеш була. Ҡаҙна аҡсаһына тотолалар. Уҡыу программаһына уҡыу, яҙыу, грамматика, арифметика, таҙа яҙыу, рәсем, Алла Ҡануны, геометрия, география, тәбиғәт белеме, һыҙым, рус һәм бөтә донъя тарихы, сиркәү тарихы инә. 1918 й. ябыла йә берҙәм хеҙмәт мәктәбенең төрлө типтарына (ҡара: Дөйөм белем биреү мәктәптәре) әйләндерелә. Ырымбур губернаһында крепостной хоҡуҡты бөтөрөр алдынан 26 М.м. (1977 уҡыусы) эшләй. 1900 й. Өфө губернаһында — 22, Ырымбур губ. 8 “өлгөлө” М.м. була.

Әҙәб.: Развитие школьного образования Республики Башкортостан в ХХ веке. Уфа, 2001. 

И.Н.Байышев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: