Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ МӘКТӘПТӘРЕ

Просмотров: 1663

ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ МӘКТӘПТӘРЕ, дөйөм мәғариф процесын тормошҡа ашырған уҡытыу-тәрбиә учреждениелары. Башланғыс (ҡара: Башланғыс белем), төп дөйөм һәм урта (ҡара: Урта белем); дәүләт, муниц. һәм дәүләт ҡарамағында булмаған (ҡара: Дәүләт ҡарамағында булмаған уҡыу йорттары) төрҙәргә бүленә. Революциянан (1917) һуң уҡыу йорттары национализациялана һәм РСФСР‑ҙың Мәғариф ХК ҡарамағына тапшырыла. “Берҙәм хеҙмәт мәктәбе тураһындағы положение” (1918) б‑са хеҙмәт дөйөм белем биреү политехник мәктәптәре (9 йыллыҡ уҡыу) Д.б.б.м. төп типтарына әүерелә, улар баҫҡыстарға бүленә: 8—13 йәшлек балалар өсөн 5 йыллыҡ (1923 й. алып 4 йыллыҡ) уҡыу курсы м‑н беренсе баҫҡыс, 13—17 йәшлек балалар өсөн 4 йыллыҡ (1923 й. — 5 йыллыҡ) уҡыу курсы м‑н икенсе баҫҡыс. 1921 й. башлап урта мәктәп м‑н бергә 7 йыллыҡ мәктәп эшләй. 1920 й. алып фабрика-завод өйрәнсектәр мәктәптәре, 1923 й. — крәҫтиән йәштәре мәктәптәре, 1926 й. — фабрика-завод ете йыллыҡ мәктәптәре, 1940 й. — фабрика-завод эшенә өйрәтеү мәктәптәре, 1943 й. — эшсе йәштәр мәктәптәре һәм ауыл йәштәре мәктәптәре тарала. Яңы иҡтисади сәйәсәт йылдарында ш. уҡ терәк, дини һәм килешеү нигеҙендәге мәктәптәр эшләй. 1934 й. башлап Д.б.б.м. берҙәм типтары билдәләнә — башланғыс (4 йыл), тулы булмаған урта (7 йыл) һәм урта (10 йыл). 1944 й. алып Д.б.б.м. уҡыусыларҙың белемен цифрлы 5 баллы система б‑са баһалау, 4‑се, 7‑се кластарҙан һуң һәм уҡыуҙы тамамлағандар өсөн мотлаҡ имтихан тапшырыу индерелә, алтын һәм көмөш миҙал м‑н бүләкләү тормошҡа ашырыла. 1956 й. башлап мәктәп-интернаттар, 60‑сы йй. профилле уҡытыу булған Д.б.б.м. үҫешә. База компоненты булып башланғыс (1930 й. алып), 7 (1937 й. алып), 8 (1958 й. алып), 10 (1970‑се йй. алып), 11 (1984 й. алып) йыллыҡ белем биреү индерелә.

1920 й. Өфө губернаһында 2699 1‑се баҫҡыс һәм 50 2‑се баҫҡыс мәктәп иҫәпләнә, 1921 й. Бәләкәй Башҡортостанда ярашлы рәүештә — 1858 һәм 28; 1927—28 йй. БАССР‑ҙа — 2629 һәм 87. 1925 й. ҡарай БАССР‑ҙың бөтә халыҡтары өсөн туған телдә уҡытыу булған милли мәктәптәр асыла. БашҮБК һәм БАССР ХКСының “Башҡорт АССР‑ында мәжбүри дөйөм башланғыс белем биреүҙе индереү тураһында”ғы ҡарарына ярашлы, 1930 й. ауыл ерендә башланғыс мәктәптең 4 йыллыҡ, ҡалаларҙа һәм эшселәр ҡасабаларында 7 йыллыҡ курсы күләмендә балаларҙы 8 йәштән мәжбүри уҡытыу тормошҡа ашырыла; БАССР ЮС‑ының “Мәктәптең тормош менән бәйләнешен нығытыу һәм Башҡорт АССР‑ында халыҡ мәғарифын артабан үҫтереү тураһында” законына ярашлы, 1959 й. мәжбүри 8 йыллыҡ белем биреү индерелә. 1941 й. 4772 Д.б.б.м. (615,5 мең уҡыусы) була, 1950 — 5191 (616 мең), 1960 — 4857 (507,5 мең), 1971 — 4305 (881,5 мең), 1995 — 3372 (1188,6 мең), 2000 — 3299 (1198,4 мең уҡыусы). Эшсе йәштәр өсөн киске мәктәптәр, мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн коррекция мәктәптәре эшләй. 2000 й. алып Д.б.б.м. ЮНЕСКО‑ның халыҡ-ара проекттарында ҡатнаша. 2001 й. башлап 12 йыллыҡ белем биреүгә күсеүгә әҙерлек бара. 2010 й. 1992 көндөҙгө дәүләт Д.б.б.м. — 443,4 мең, 5 дәүләт ҡарамағында булмаған Д.б.б.м. — 0,7 мең, 26 киске мәктәптә 5,8 мең кеше уҡыған. Юғары кимәлле программалар б‑са 79 гимназияла — 51,2 мең, 51 лицейҙа 29,2 мең уҡыусы уҡый. Д.б.б.м. уҡытыу башҡорт телендә, мари телендә, сыуаш телендә, татар телендә, удмурт телендә, урыҫ телендә алып барыла; 14 туған тел предмет булараҡ өйрәнелә, уҡытыу пландарын төҙөгәндә милли үҙенсәлектәр иҫәпкә алына. Респ. Д.б.б.м. өсөн уҡытыусылар әҙерләү юғары һәм урта пед. уҡыу йорттарында алып барыла (ҡара: Педагогик белем биреү, Уҡытыусылар кадрҙары).

А.И.Ҡаһарманова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019