Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МИССИОНЕР МӘКТӘПТӘРЕ

Просмотров: 1270

МИССИОНЕР МӘКТӘПТӘРЕ, Рәсәйҙә дини миссиялар эргәһендәге уҡытыу‑тәрбиә йорттары. Яҡынса 14 б. башлап Урыҫ православие сиркәүе инициативаһы б‑са урыҫ булмаған халыҡтар араһында христианлыҡты һәм ябай грамоталылыҡты таратыу маҡсаты м‑н ойошторолғандар. Урындағы халыҡ вәкилдәренән миссионерҙар һәм тәржемәселәр әҙерләү м‑н шөғөлләнгәндәр. Башлыса Изге Синод аҡсаһына тотолалар һәм уның ҡарамағында булалар. 1860 йй. алып уҡытыу Н.И.Ильминский системаһы б‑са алып барыла. Уҡыу курсы — 2—4 йыл. Яҙма, арифметика нигеҙҙәре, изге тарих, Алла Ҡануны, сиркәү йыры өйрәнелгән. Урыҫ булмаған халыҡтарҙың туған телдәрендә баҫылған уҡыу әҙәбиәте ҡулланылған. 1917 й. ябылалар. 18 б. 1‑се ярт. Башҡортостанда мари, мордва һәм удмурттар өсөн яңы суҡындырылғандар мәктәптәре (ҡара: “Новокрещенская контора”) асыла. 1900 й. Өфө губернаһында — 43, Ырымбур губернаһында 9 М.м. була. М.м. өсөн уҡытыусыларҙы Бөрө башҡа милләттәр өсөн уҡытыусылар мәктәбендә, Ҡазан башҡа милләттәр өсөн уҡытыусылар семинарияһында һ.б. әҙерләгәндәр.

Әҙәб.: Развитие школьного образования Республики Башкортостан в ХХ веке. Уфа, 2001. 

Р.З.Алмаев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019