Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХАЛЫҠ МЕДИЦИНАҺЫ

Просмотров: 2023

ХАЛЫҠ МЕДИЦИНАҺЫ, тарихи үҫеш барышында халыҡ тарафынан тупланған шифалы саралар, дауалау һәм гигиена алымдары һәм күнекмәләре, ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм дауалау өсөн уларҙы файҙаланыу т-да эмпирик белем йыйылмаһы. Башҡорттарҙың Х.м. Башҡортостандың тәбиғәт-климат үҙенсәлектәренә, традицион хужалыҡ формаларына һәм дини инаныуҙарға (ҡара: Исламға тиклемге дини инаныуҙар) бәйле булған. Х.м. б-са белем быуындан быуынға тапшырылған. Ҡағиҙә булараҡ, үлән белгестәр, быуын ултыртыусылар, кендек инәләре, бағымсы­лар, имселәр һ.б. табип булып киткән. Дауалау шифалы йолалар үткәреү, арбауҙар, им-томдар, доғалар уҡыу м-н бергә барған; ҡот ҡойоу йолаһы айырыуса әһәмиәткә эйә булған. Х.м. һарҡынды, төнәтмә, спиртлы төнәтмә, һут һ.б. рәүешендәге дарыу үҫемлектәре (100-гә яҡын төр); хайуандарҙан алынған саралар: бал, прополис, үт һуты, эс майы (айыу, ат, бурһыҡ, ҡаҙ, һарыҡ майҙары) һ.б.; төрлө минералдар һәм тәбиғи матдәләр: көкөрт, асыуташ, күк асыуташ, балсыҡ, аҡбур, ләм, кальцит, тоҙ, мәмерйә һауаһы һ.б. киң ҡулланылған. Ҡайһы бер ауырыуҙарҙы дауалау өсөн бал ҡорттары һәм һөлөктәр (ҡара: Гирудотерапия) файҙаланылған. Шулай уҡ ит һәм һөт продукттарының: ит һурпаһы, ҡатыҡ, ҡорот, ҡымыҙ(ҡара: Ҡымыҙ менән дауалау),май, һөт һ.б. файҙалы үҙенсәлектәре ҡулланылған. Төрлө физиотерапевтик йоғонто төрҙәре: мунсала йылыныу, ингаляция һәм массаж яһау, шифалы ләм м-н дауалау, тоҙло күлдәрҙә һыу инеү, тәнде ыуыу, урау, боҫлама ҡуйыу һ.б. файҙаланылған. Һаулыҡҡа халыҡ музыкаһы (ҡыҫҡа көй, оҙон көй һ.б.) ыңғай тәьҫир итә, тип һаналған. Башҡорттарҙың Х.м. т-да мәғлүмәттәр И.И.Георги, И.И.Лепёхин, Д.П.Никольский, П.С.Паллас һ.б. хеҙмәттәрендә осрай. Х.м. билдәле булған шифалы тәбиғәт факторҙары республиканың шифахана‑курорт һәм рекреация учреждениеларында (“Красноусол”, “Яҡтыкүл”, “Янғантау” һ.б.) ҡулланыла.

Әҙәб.: Ғ ү м ә р о в В.З. Башҡорт халыҡ медицинаһы. Өфө, 1991; Н и к о л ь с к и й Д.П. Башкиры: этнографические и санитарно-антропологические исследования. СПб, 1899.

А.У.Кинйәбулатов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: