Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НЕЙРОДЕРМИТ

Просмотров: 966

НЕЙРОДЕРМИТ, д и ф ф у з д е р м а т и т (нейро... һәм гр. derma — тире), тән тиреһенең нәҫелдән килеү сәбәпле хроник ҡабатланып торған шешеү ауырыуы. Сикле һәм диффуз Н. айырыла. Булышлыҡ итеүсе факторҙар: аллергик реакцияларға нәҫелдән килгән бирешеүсәнлек, экзо‑ һәм эндоген ярһытҡыстар тәьҫире, нервы системаһының функциональ боҙолоуҙары, аш һеңдереү юлының ферментопатияһы. Төп симптомдары: көслө ҡысытыу, тире сабыртмаһы, тән тиреһе тығыҙланыуы, тире һыҙаттарының ныҡ беленеүе. Диагностикаһы клиник, лаб. (биохимик һәм иммунологик) тикшереү мәғлүмәттәренә нигеҙләнә. Дауалау медикаментоз (антигистамин, седатив, иммунитетты төҙәтеүсе препараттар, кортикостероидлы майҙар), физиотерапия һәм шифахана‑курорттар. Иҫкәртеү: балаға күкрәк һөтө имеҙеү, асыҡланған аллерген м‑н контакт булдырмау. Башҡортостанда 100 мең кешегә 2008 й. — 879; 2010 — 1008; 2012 й. — 1240 Н. м‑н ауырыған кеше теркәлгән. Н. диагностикалау һәм дауалау б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 30‑сы йй. алып Башҡ‑н тире- венерология ҒТИ‑нда (ҡара: Тире‑венерология диспансеры) үткәрелә башлай (С.М.Трайнин). БДМИ‑ла (ҡара: Медицина университеты) 40‑сы йй. А.И.Картамышев етәкс. хроник дерматоздарҙың үҙенсәлектәре, 50—60‑сы йй. М.М.Кузнец етәкс. дерматоз ваҡытында витаминдар ҡулланыу (Л.И.Бикбулатова, Е.А. Кадысева), ҡысытмалы дерматоздар патогенезы һәм терапияһы (Г.И.Суколин, К.А. Телегина) тикшерелә, 70—80‑се йй. нефть һәм нефтехимия сәнәғәте эшселәрендә Н. иҫкәртеү ысулдары эшләнә (Бикбулатова, М.М.Ғафаров, Э.А.Капкаев), Н. м‑н ауырығандарҙы дауалау өсөн “Красноусол” шифаханаһының бальнеологик факторҙарын файҙаланыу һөҙөмтәлелеге өйрәнелә (Ғафаров). 90‑сы йй. башлап Н. дауалау ысулдарын камиллаштырыу б‑са эштәр алып барыла (Ғафаров, Ә.Ә.Ҡормаева, З.Р.Хисмәтуллина һ.б.). Шулай уҡ ҡара: Дерматиттар

М.М.Ғафаров

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: