ЛИПАРИС
ЛИПАРИС, лосняк (Liparis), әшәлсә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 250 төрө билдәле, башлыса Евразияның тропик бүлкәтендә, һирәгерәк Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә, шулай уҡ Көньяҡ Африкала һәм Австралияла таралған. Башҡортостанда Лёзель Л. үҫә. Ҡыҫҡа тамырһабаҡлы үлән, бейеклеге 5—20 см. Һабағы ябай, төбөндә йомортҡа формаһында күпкән. Япрағы 2‑әү, тамыр янында урынлашҡан, оҙонса‑ланцет формаһында. Сәскәһе йәшкелт‑һары. Сәскә эргәлегенең япраҡсалары тар оҙонса, 5—6 мм оҙонлоҡта, ирене эллипс формаһында. Сәскәлеге — аҙ сәскәле һирәк тәлгәш. Июнь—июлдә сәскә ата. Емеше — ҡумта, июль—августа өлгөрә. Һаҙлы болондарҙа, күрән‑гипна, һирәгерәк сфагнум һаҙлыҡтарында, ҡайһы берҙә Башҡортостандың Урал алдының һәм Башҡортостандың Урал аръяғының күл яны һаҙлыҡтарында үҫә. Кальцефил. БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китаптарына индерелгән.
А.Ә.Мулдашев
Тәрж. Г.А.Миһранова