Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КАМАЛОВ Азат Әхмәҙулла улы

Просмотров: 1345

КАМАЛОВ Азат Әхмәҙулла улы [1.12.1937, БАССР‑ҙың Матрай районы Яманһаҙ а. (БР‑ҙың Йылайыр районы) — 23.4.2007, Өфө ҡ.], тел белгесе. Филология фәндәре докторыры (1997). БДУ‑ны тамамлаған (1964). 1967 й. алып ТТӘИ‑лә (1972 й. — өлкән хеҙмәткәр), 1990 й. — БДПИ‑ла, 1992 й. — Башҡортостан мәғариф хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын күтәреү институтында эшләй, 1996 й. — Милли мәғариф проблемалары институтының Башҡортостан филиалында төп ғилми хеҙмәткәр, 1997—2005 йй. БДПУ‑ла уҡыта (1999—2004 йй. филология кафедраһы мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре топонимикаға: Башҡортостандың ойконимияһын, гидронимияһын һәм оронимияһын тикшереүгә; башҡ. географик терминдарын башҡа төрки телдәр, шулай уҡ фин-уғыр телдәре һәм иран телдәре менән сағыштырып өйрәнеүгә арналған. К. хеҙмәттәрендә башҡорттарҙың этногенезы, ырыуҙар бүленеше, ҡәбиләләре, хәрби‑сәйәси ойошмалары, тамғалары һ.б. тураһында мәғлүмәттәр бирелә. “Башҡорт АССР‑ының топонимдәр һүҙлеген” (1980) төҙөүселәрҙең береһе.

 Х е ҙ м.: Башкирская топонимия. Уфа, 1994; Башкирские географические термины и топонимия. Уфа, 1997; Атайсал. Уфа, 2001 (авторҙ).

Р.З.Шәкүров

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 01.08.2023
Связанные статьи: