Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺУҒАН

Просмотров: 1606

ҺУҒАН (Allium), һуған һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 450 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙа таралған. Башҡортостанда 16 төрө үҫә. Күп йыллыҡ һуғанбаш үҫемлектәр. Һабаҡтары уҡ һымаҡ, бейеклеге 20—150 см тиклем. Япраҡтары күп, һирәк осраҡта яңғыҙ, еңсә йәки ултырма, һыбыҙғыға оҡшаған, еп һымаҡ, яҫы (ҡыяҡ, овал, оҙонса). Сәскәләре ваҡ, аҡһыл йәшел, һары, ҡуйы ҡыҙыл, алһыу төҫтә, дөрөҫ төҙөлөшлө, ике енесле. Сәскәлеге — шар йәки ярымшар формаһындағы ялған сатыр, сәскә атҡанға тиклем йәшкелт аҡ япма м‑н уралған. Июнь—авг. сәскә ата. Емеше — ҡумта, июль—сент. өлгөрә. Күпселек төрҙәре ташлы битләүҙәрҙә, далала үҫә. Баҡса Һ., ҡырлы Һ., тамырсалы Һ. һыубаҫар болондарҙа, урман Һ. урмандарҙа, урман ситтәрендә һәм болондарҙа осрай. Күп төрҙәре респ. бөтә терр‑яһы буйлап таралған. Киҫәр Һ., ҡыя Һ., урман Һ. һирәкләп Башҡортостандың Урал алдында һәм Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында, тамырсалы Һ., һалпыш Һ., һарғайыусан Һ., ыҫпай Һ. Башҡортостандың Урал амръяғында үҫә. Витаминлы үҫемлектәр (киҫәр Һ., ҡыя Һ. һ.б.), декоратив үҫемлектәр (ҡыҙғылт Һ., һарғайыусан Һ. һ.б.), баллы үҫемлектәр (урман Һ., һалпыш Һ. һ.б.). Күп төрҙәренең составына сапониндар, эфир майҙары инә, халыҡ медицинаһында ҡулланыла.

Урман Һ., һалпыш Һ., һарғайыусан Һ., ыҫпай Һ. һәм ҡыя Һ., тамырсалы Һ. реликттары БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән. Культурала батун Һ., башлы Һ., татлы Һ., һарымһаҡ һ.б. таралған. Башлы Һ. бөтә ауыл хужалығы зоналарында үҫтерелә. Һыуыҡҡа сыҙамлы үҫемлек. Япрағы сиратлы, ҡыуыш. Һуғанбашы яҫы, оҙонса йәки йомро; аҡ, һары, көрән һәм көрән күк, составында (сортына бәйле) 2,4—14% шәкәр, 2— 13,9 мг% С витамины бар; япрағының составына 25—47,7 мг% С витамины, 1,3—5,9 мг% А провитамины инә. Башлыса өс йыллыҡ культурала үҫтерелә — 1‑се йылда ваҡ Һ. (һуғанбаштарының диам. 3 см тиклем), 2‑сеһендә — шалҡан һымаҡ Һ., 3‑сө йылда орлоҡ алына, һирәгерәк ике йыллыҡ культурала осрай (1‑се йылда — орлоҡтан шалҡан һымаҡ аҙыҡ Һ., 2‑се йылда — орлоҡ). Төп элгәр­ҙәре — картуф, кәбеҫтә, ҡыяр, ужым культуралары. Орлоҡто бер юлдан (юлдар араһы 45 см) һәм буйға ике юлдан (буйҙар араһы 50 см, юлдар араһы 20 см) сәсәләр (орлоҡ сәсеү нормаһы 70—80 кг/га). Ваҡ Һ. ике юлдан ултырталар, буйҙар араһы 50 см, юлдар араһы 20 см (ваҡ Һ. ултыртыу нормаһы 7—8 ц/га). Уңдырышлылығы (ц/га): ваҡ Һ. — 100, шалҡан һымаҡ Һ. — 350, орлоҡ — 12 (Ауырғазы р‑нында И.В. Мичурин ис. колхоз, 1985—87). 2007 й. респ. Һ. сәсеү майҙаны яҡынса 2,9 мең га, уртаса уңдырышлылығы 146,9 ц/га тәшкил итә. Ашарға яраҡлы һәм дарыу үҫемлектәре. Һ. сорттарын булдырыу һәм агротехникаһын эшләү б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 1961—90 йй. Ауыл хужалығы институтында үткәрелә (Л.И.Мансурова). БР б‑са ҡулланылышҡа Бессоновский местный, Мячковский 300, Уфимский местный һ.б. сорттары индерелгән.

 Л.И.Мансурова, И.С.Миңлеәхмәтов, С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: