Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАҘ ЙЫУАҺЫ

Просмотров: 1013

ҠАҘ ЙЫУАҺЫ (Gagea), ләлә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 70 төрө билдәле, Евразияның, Төньяҡ Африканың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда 6 төрө үҫә: һары Ҡ.й., бөртөклө Ҡ.й., һуғанбашлы Ҡ.й., кесе Ҡ.й., ненец Ҡ.й., тәпәш Ҡ.й. Һуғанбашлы эфемероидтар, бейеклеге 5—30 см. Һабағы төҙ, 1 тар ҡыяҡлы йәки киң ланцет формаһындағы тамыр яны япрағы һәм сәскәлеккә яҡын урынлашҡан ҡыяҡ рәүешендәге 1—3 (һирәк осраҡта 5‑кә тиклем) осло япрағы бар. Сәскәләре тыш яҡтан йәшкелт, эстән — һары, сатыр йәки ҡалҡансыҡ рәүешендәге сәскәлектәргә йыйылған. Апр.—майҙа сәскә ата. Емеше — өс ҡырлы ҡумта, май—июндә өлгөрә. Һары Ҡ.й. һәм кесе Ҡ.й. — киң япраҡлы урмандарҙа, тәпәш Ҡ.й. далала, тауҙарҙың һәм ҡалҡыулыҡтарҙың ҡоро битләүҙәрендә үҫә; респ. бөтә терр‑яһында таралған. Далала бөртөклө Ҡ.й., һуғанбашлы Ҡ.й. (Баймаҡ р‑нында Ирәндек һыртында) һәм Урал эндемигы ненец Ҡ.й. (Ауырғазы, Благовар, Мәләүез р‑ндары) осрай. Һары Ҡ.й. — декоратив үҫемлек, составында С витамины, каротиноидтар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. 

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019