Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МАРГИНАЛЛЫҠ

Просмотров: 1034

МАРГИНАЛЛЫҠ (лат. мargo — сит, сик), социологияла һәм социол. философияла ҡулланылған төшөнсә, шәхестең ниндәй ҙә булһа соц. берлеккә ҡарата ситләшеүле торошон сағылдыра. Термин Америка социологы Р.Парк тарафынан мигранттарҙың ҡала мөхитенә яраҡлаша алмауының соц.‑психологик эҙемтәләрен асыҡлау маҡсатында индерелә. Хәҙ. фәндә М. төшөнсәһе шәхестең теге йәки был соц.‑мәҙәни киңлеккә ҡушылып китә алмауын йәки уның бер берлектән икенсеһенә күскәндәге торошоноң үҙенсәлеген, асоциаллеген сағылдыра. Шәхестең маргиналь торошо соц. бәйләнештәрҙең йомшарыуы, ситләшеү, холоҡ тайпылыштары, һүлпәнлек, нормалар һәм ҡиммәттәрҙең иҫке системаһы ҡыйралыу һәм яңыһы тыуыу барышы м‑н һүрәтләнә. Маргиналдарҙың төрҙәре: күскенсе; өҫтөнлөклө милләт мәҙәниәтенә эйәреүсе йәки уны инҡар итеүсе этник; үрләүсе йәки түбән тәгәрәүсе, үҙенең соц. статусын күтәреүсе йәки төшөрөүсе (ваҡ эшҡыуарҙар, фермерҙар һәм эшһеҙҙәр, берәҙәктәр); “тәбиғи” (психик йәки физик кәмселекле); сәйәси; дини һ.б. М. проблемаларына Ғ.С.Ғәлиуллинаның (хәҙ. мегаполиста яраҡлашыу аспекттары), Т.А.Мәхмүтовтың (хәҙ. Рәсәйҙә маргиналлашыуҙың сәйәси эҙемтәләре сағылыуҙың конвенциональ һәм конвенциональ булмаған формалары, БР‑ҙа йәмғиәттең сәйәси маргиналлашыуының төбәк үҙенсәлектәре), Р.Р.Аҫылғужин, А.Й.Зарипов, Ф.С.Фәйзуллиндың (соц. проблема булараҡ маргиналь шәхес) һ.б. фәнни хеҙмәттәре арналған.

Әҙәб.: М а х м у т о в Т.А. Маргинальность в общественных трансформациях. М., 2003; Ф а й з у л л и н Ф.С., З а р и п о в А.Я., А с ы л г у ж и н Р.Р. Этническое сознание и этническая идентичность. Уфа, 2009. 

 Ф.С.Фәйзуллин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019