Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НЕРВЫ АУЫРЫУҘАРЫ

Просмотров: 1002

НЕРВЫ АУЫРЫУҘАРЫ, нервы системаһының органик (структур) һәм функциональ үҙгәрештәренә бәйле ауырыуҙар. Патологик процестың ҡайһы урында барыуына ҡарап — баш, арҡа мейеһенең йәки периферик нервыларҙың изоляцияланған Н.а., үҙәк һәм периферик нервы системаһының төрлө бүлкәттәрен процесҡа йәлеп итеп таралған (диффуз) зарарланыу; барлыҡҡа килеү сәбәбенә ҡарап нервы системаһының травма, шеш, ҡан тамырҙары (баш мейеһенең ҡан тамырҙары атеросклерозы, гипертония ауырыуы һ.б.), инфекцион (менингококк инфекцияһы ваҡытында менингит, талпан энцефалиты, полиомиелит һ.б.), токсин тәьҫирендә (нейротроп тәбиғәтле химик матдәләр м‑н ағыуланыу), метаболик, дегенератив, психоген, нәҫел ауырыуҙары һәм һөнәри ауырыуҙары, вегетатив һәм невротик ҡаҡшау (невроздар) айырыла. Н.а. клиникаһы хәрәкәт, тойоу, вегетатив, нейроэндокрин, когнитив, юғары мейе һәм психик функцияларҙың йәки уларҙың бергәлегенең айырым боҙолоуҙарында күренә. Диагностика өсөн клиник, лаб. (биохимик, гормональ, иммунологик, молекуляр‑генетик һ.б.) һәм инструменталь (ультратауыш, электрофизиол., нейровизуализация һ.б.) тикшереү ысулдарының мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау: медикаментоз (этиотроп, патогенетик, симптоматик), хирургия (шеште, геморрагик инсульт ваҡытында гематоманы, радикулит булғанда умыртҡалар араһы дискыһы бүҫерен һ.б. алып ташлау), физиотерапия, энә рефлексотерапияһы, массаж, дауалау физкультураһы, шифахана‑курорт учреждениеларында реабилитациялау. Иҫкәртеү: диспансерлаштырыу, медицина‑генетика консультацияһында тикшерелеү, вакцинация (нейроинфекциялар профилактикаһы), сәләмәт йәшәү рәүеше һ.б. Башҡортостанда Н.а. диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеү проблемалары б‑са тикшеренеүҙәр 20 б. 30‑сы йй. башынан Өфөлә физиотерапия ҒТИ асылыу м‑н үткәрелә башлай, уның базаһында 1936 й. БДМИ‑ның (ҡара: Медицина университеты) нервы ауырыуҙары каф. асыла. Өфөлә респ. неврология, нейрохирургия үҙәктәре һәм 2‑се Респ. клиник дауаханаһы эргәһендә Балалар психоневрология һәм эпилептология үҙәге эшләй. Шулай уҡ ҡара: Неврология.  

Р.В.Мәғжәнов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: