Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НИҒМӘТУЛЛИН Радик Әсхәт улы

Просмотров: 705

НИҒМӘТУЛЛИН Радик Әсхәт улы (20.6.1959, БАССР‑ҙың Борай районы Салҡаҡ а. — 5.10.2010, Өфө ҡ.), хирург. Медицина фәндәре докторы (1999), профессор (2002). БДМИ‑ны тамамлаған (1986). 1983—86 йй. Өфө ҡ. ашығыс медицина ярҙамы станцияһында эшләй, 1991 й. алып БДМУ‑ла. Фәнни эшмәкәрлеге һөт биҙенең шешеүе һәм яман булмаған шеш ауырыуҙарын, ш. иҫ. аллотрансплантаттар ҡулланып, диагностикалау һәм дауалауға, ҡорһаҡ ҡыуышлығы ағзалары зарарланыуын һәм ауырыуҙарын, ш. иҫ. үт ташы ауырыуы ваҡытында обтурацион эсәктәрҙең үткәрмәүсәнлеген, хирургик инфекцияларҙы иҫкәртеүгә арналған. Н. ҡатнашлығында эренле маститты һәм сей яра ауырыуын дауалау ысулдары эшләнгән.

  Х е ҙ м.: Диабетическая стопа. Уфа, 2005 (авторҙ.); Редкие заболевания в абдоминальной хирургии. Уфа, 2005 (авторҙ.); Хирургические болезни в вопросах и ответах. Уфа, 2007 (авторҙ.). 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.03.2023