Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АЛАБУТА

Просмотров: 698

АЛАБУТА (Chenopodium), алабута һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 150—200 төрө билдәле, башлыса уртаса бүлкәттең ҡоро һәм ярым ҡоро райондарында таралған.

Башҡортостанда 13 төрө үҫә. Бер һәм ике йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ йәки йәйенке, бейеклеге 30—200 см тиклем. Япрағының формаһы ромб-йомортҡа формаһынан алып ланцет йәки ҡыяҡҡа тиклем, бөтөн ситле йәки киртләсле, һаплы, сиратлы япраҡлы. Сәскәһе ваҡ, 2—5 быуынлы сәскә эргәлекле, ике енесле, йомғаҡҡа йыйылып, башаҡ йәки һепертке һымаҡ сәскәлек барлыҡҡа килтерә. Ҡайһы бер төрҙәренең сәскә эргәлегендә һәм япрағының аҫҡы яғында онға оҡшаш ҡатлам бар. Июнь—окт. сәскә ата. Емеше — сәтләүек һымаҡ, бер орлоҡло, авг.—окт. өлгөрә. Ҡыйлы урында, йылға ярҙарында, баҫыуҙа, башлыса аралыҡ культуралары араһында үҫә. Күп төрҙәре респ. бөтә терр‑яһында таралған. Ҡый үләне. Аҡ А., ҡала А., ҡырҡъяпраҡ А. һ.б. йәш үренделәре ашарға яраҡлы. Аҡ А. — мал аҙығы, һитәле үҫемлек. Гибрид А. һыйыр малы, ат, сусҡа һ.б. өсөн ағыулы. Составында алкалоидтар, сапониндар, флавоноидтар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла.

А.Р.Ишбирҙин

Тәрж. Ә.Ә.Барлыбаева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: