Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НЕФТЬ ПРОДУКТТАРЫН ҮТКӘРГЕСТӘР

Просмотров: 1288

НЕФТЬ ПРОДУКТТАРЫН ҮТКӘРГЕСТӘР, нефть продукттарын ташыу өсөн тәғәйенләнгән үткәргес торбалар. Магистраль, тармаҡлы, айырғыс, килтергес, блокировка һәм технологик Н.п.ү. айыралар. Магистраль Н.п.ү. нефть продукттарын баш һурҙырыу станцияһынан һуңғы пунктҡа тиклем ҡыуыу өсөн тәғәйенләнгән. Тармаҡлылары нефть продукттарын магистраль Н.п.ү. алып бүлеү йәки ҡулланыу пр‑тиеларына тиклем, айырғыстары (уларға ҡыҫҡалыҡ, даими ҡабатланып торған һәм миҙгелле эшләү хас) — магистраль Н.п.ү. йәки тармаҡтарынан ҡулланыусыға тиклем күсерә. Килтергестәре нефть продукттарының бер йәки бер нисә төркөмөн нефть эшкәртеү заводтарынан йәки күсереп тейәү пункттарынан алып һурҙырыу станцияларының резервуарҙары паркына йәки магистраль Н.п.ү. тиклем биреү өсөн; блокировка — һурҙырыу станцияларын һәм Н.п.ү. линия участкаларын, ш. уҡ нефть эшкәртеү з‑ды м‑н баш һурҙырыу станцияһы араһындағы Н.п.ү. линия участкаларын файҙаланыу өсөн; технологик Н.п.ү. технологик операцияларҙы башҡарыу өсөн тәғәйенләнгән. Н.п.ү. системаһы нефтебазаларға, автомобилдәрҙе заправкалау станцияларына, тултырыусы т. юл һәм автомобиль пункттарына һ.б. тиклем булған үткәргес торбалар селтәренән ғибәрәт. 1951 й. Башҡортостанда оҙонлоғо 217 км, торбаһының диам. 350 мм булған тәүге магистраль Өфө—Берҙәүеш Н.п.ү. төҙөлә. 2008 й. респ. Н.п.ү. дөйөм оҙонлоғо 1000 км самаһы тәшкил итә, ш. иҫ. ҙурҙары: Өфө—Омск, Өфө—Петропавловск, Өфө—Камбарка, Өфө—Салауат һ.б. 20 б. 70‑се йй. ИПТЭР‑ҙа нефть продукттарын Н.п.ү. буйлап ташыу өсөн технологиялар тикшерелә һәм булдырыла; 90‑сы йй. башында__магистраль Н.п.ү. һурып ҡыуыуҙы туҡтатмайынса изоляция ҡаплауын алмаштырып капиталь ремонт үткәреү технологиялары һәм техникаһы уйлап табыла (ҡара: Үткәргес торбаларҙы изоляциялау). БР терр‑яһындағы Н.п.ү. системаһын “Уралтранснефтепродукт” ААЙ хеҙмәтләндерә. 

 М.Х.Солтанов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: