Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НЕФТЕХИМИЯ ЭШКӘРТЕҮ ИНСТИТУТЫ

Просмотров: 1601

НЕФТЕХИМИЯ ЭШКӘРТЕҮ ИНСТИТУТЫ, ДУП. 1956 й. Черниковск ҡ. (хәҙ. Өфө эсендә) Өфө ҒТИ‑ның нефть эшкәртеү бүлеге базаһында Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ булараҡ ойошторола, 1992 й. алып БР ФА‑ның Нефтехимия эшкәртеү проблемалары ин‑ты, 2001 й. — БР‑ҙың Нефтехимия эшкәртеү ин‑ты, 2004 й. хәҙ. исемен ала. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше — нефть эшкәртеү һәм нефтехимия өлкәһендә тикшеренеүҙәр һәм проектлау: нефтте һәм газ конденсаттарын эшкәртеүҙең комплекслы схемаларын эшләү; нефтте һәм нефттең эйәрсән газдарын әҙерләү; нефтте, газ конденсаттарын ректификациялау; нефтте эшкәртеүҙең аҙ күләмле комплекстары; мотор яғыулығы етештереүҙең каталитик процестары; нефть ҡалдыҡтарын эшкәртеү (әкренәйтелгән кокслаштырыу, висбрекинг, термик крекинг, битумдар, пектар етештереү, асфальтһыҙлаштырыу); нефть коксын етештереү һәм үртәү; ағынты һыуҙарҙы һәм газлы ташландыҡтарҙы, газдарҙы һәм нефтте көкөртлө берләшмәләрҙән таҙартыу; нефть шламдарын эшкәртеү һәм үтилләштереү; минераль майҙар, көкөрт, аҙ күләмле химия продукттары етештереү һ.б. Институт составында 12 ғилми-технологик һәм 3 ғилми‑ярҙамсы бүлек, 4 лаб., аналитика үҙәге, проектлау, сәнәғәт экологияһы департаменттары, тәжрибә‑эксперименталь производство (ҡара: Өфө аҙ күләмле нефть химияһы производстволарының тәжрибә заводы) һ.б. 135 ғилми хеҙм‑р араһында 7 ф. д‑ры һәм 38 ф. канд. (2013). Нефтехимия эшкәртеү ин‑ты ғалимдары асыштары нигеҙендә БР‑ҙа, РФ‑та, БДБ илдәрендә һәм алыҫ сит илдәрҙә нефтте ректификациялау, газ конденсаттары (100‑ҙән ашыу), һыу менән тәьмин итеү, һыу бүлеү һәм сәнәғәттең ағынты һыуҙарын таҙартыу системалары (50‑нән ашыу), битум етештереү (50), нефть коксын етештереү һәм үртәү (25), нефтте әҙерләү һәм беренсел ҡыуыу аҙ күләмле ҡоролмалары (20), нефть шламдарын үтилләштереү (8), коррозия ингибиторҙары (6), асфальтһыҙлаштырыу (5) ҡоролмалары һ.б. төҙөлә һәм реконструкциялана. Уйлап табыуҙарға 500‑ҙән ашыу авторлыҡ танытмаһы һәм патенты алынған (2013). Институт РФ, АҠШ, Белоруссия, Болгария, Германия, Испания, Италия, Ҡаҙағстан, Румыния, Төркмәнстан, Үзбәкстан, Әзербайжандың ғилми ойошмалары һәм сәнәғәт пр‑тиелары м‑н хеҙмәттәшлек итә. Дир.: А.С.Эйгенсон (1956 й. алып, 1963—76), В.С.Акимов (1958 й. алып), В.В.Фрязинов (1976 й. алып, 1987—92), Д.Ф.Варфоломеев (1977 й. алып), У.Б.Имашев (1992 й. алып), Э.Ғ.Теләшев (1997 й. алып).

Әҙәб.: Институт: ист. очерки /БашНИИНП — ГУП ИНХП РБ. Уфа, 2006.

 Э.Ғ.Теләшев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019