Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОСИПЬЯН Юрий Андреевич

Просмотров: 764

ОСИПЬЯН Юрий Андреевич (15.2. 1931, Мәскәү — 10.9.2008, шунда уҡ), физик. РФА акад. (1981), БР ФА‑ның почётлы акад. (1991), физика-матем. ф. д‑ры (1971), проф. (1970). Соц. Хеҙмәт Геройы (1986). Мәскәү ҡорос һәм иретмәләр ин‑тын (1955), МДУ‑ны (1957) тамамлаған. 1955—62 йй. Үҙәк ҡара металлургия ҒТИ‑ның Металдарҙы өйрәнеү ғилеме һәм металдар физикаһы ин‑тында эшләй, 1963 й. алып РФА‑ның Ҡаты есемдәр физикаһы ин‑тында (1973 й. башлап дир., 2002 й. — ғилми етәксе), бер үк ваҡытта 1964 й. башлап Мәскәү физика-техника ин‑тының ҡаты есемдәр физикаһы каф. мөдире һәм 1988—2001 йй. РФА‑ның вице-президенты. Фәнни хеҙмәттәре ҡаты есемдәр физикаһына, юғары т‑раларҙағы юғары үткәреүсәнлеккә арналған. О. тарафынан ярым үткәргестәрҙәге фотопластика эффекты асылған, дислокацияларҙағы электронлы спин резонансы, дислокациялар индергәндә ярым үткәргестәрҙең үткәреүсәнлеге тибының инверсияһы, дефекттарҙың металдарҙағы диффузияһыҙ мартенсит күсеүҙәрҙең кинетикаһына тәьҫире, еп һымаҡ кристалдарҙың механик үҙенсәлектәре, люминесценция һ.б. өйрәнелә. О. ҡатнашлығында фуллериттың камил булған һәм ҙур кристалдарын үҫтереү технологияһы уйлап табыла, С60 фуллериты кристалдарының фотолюминесценцияһы, йотолоуы һәм ярһытылыуының спектрҙары өйрәнелә. 250‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. “Квант” ж. баш мөхәррире (1985 й. алып). Халыҡ-ара теоретик һәм ғәмәли физика союзы президенты (1990—94). СССР ЮС‑ының 12‑се саҡырылыш депутаты. П.Н.Лебедев ис. пр. лауреаты (1984). Ленин (1981, 1986), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1975), 2‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” (1999), Симон Боливар (Колумбия, 1990) орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Электронные свойства дислокаций в полупроводниках. М., 2000 (авторҙ.).

Ю.А.Лебедев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.09.2021
Шәхестәр:
0