Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КЕСЕ КӘРКӘЛЕ, Миәкә р‑нындағы ауыл

Просмотров: 888

КЕСЕ КӘРКӘЛЕ, Кәркәлетамаҡ, Миәкә р‑нындағы ауыл, Оло Кәркәле а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 34 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнс. табан 77 км алыҫлыҡта Кәркәле й. (Өйәҙе й. ҡушылдығы) тамағында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 348 кеше; 1920 — 648; 1939 — 630; 1959 — 581; 1989 — 310; 2002 — 268; 2010 — 196 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Оло Кәркәле урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 18—19 бб. араһында Бәләбәй өйәҙе Күл‑Иле‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә ш. уҡ өйәҙҙең Кәркәле а. (хәҙ. Оло Кәркәле а.) кешеләре Кәркәлетамаҡ исеме м‑н нигеҙ һала. 1865 й. 31 йортта 245 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне булған. 20 б. 30‑сы йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә. Ф.Ғ.Аҙанова-Вафина, М.Б.Ғазнанов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019