Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДОНЪЯҒАҠАРАШ

Просмотров: 1314

ДОНЪЯҒА ҠАРАШ, донъя һәм унда кешенең урыны т‑да дөйөмләштерелгән күҙаллауҙың бөтөн системаһы; кешеләрҙең объектив ысынбарлыҡҡа теоретик, практик һәм эмоциональҡиммәт мөнәсәбәтен асыусы ҡиммәттәр, идеалдар һәм инаныуҙар системаһы. Мифологик, дини, филос., ғилми Д.ҡ. айырыла. Д.ҡ. м‑н бәйле төшөнсәләр: “донъя картинаһы” (донъя т‑да донъяға ҡараш белеме йыйылмаһы), “донъяны аңлау” (кешенең тәбиғәтте, йәмғиәтте һәм үҙен танып белеүе), “ысынбарлыҡты тойоу” (кешенең үҙ көнитмешен хис м‑н кисереүе), “донъяны ҡабул итеү” (донъяның “ваҡыт”, “киңлек” һ.б. категориялар аша асыла торған шәхси образы).

Башҡорттарҙың Д.ҡ. этногенез барышында барлыҡҡа килгән. Исламға тиклемге осор мәжүси Д.ҡ. ҡатмарлы системаһы м‑н айырылып тора (ҡара: Исламға тиклемге дини инаныуҙар). Зороастризм, тәңрелек һ.б. хас донъяға ҡараш күҙаллауҙары, анимизм һәм тотемизм киң таралған була. Башҡорттарҙың Д.ҡ. 13 б. алып ғәрәп-мосолман Д.ҡ. һәм мәжүсилектең синтезын тәшкил итә, тип фараз ителә; уға ш. уҡ 16—20 бб. тарихи ысынбарлығы, ш. иҫ. мәғрифәтселек фекере, суфыйсылыҡ, йәдитселек һәм ҡәҙимселек, марксистик философия һ.б. йоғонто яһай.

Боронғо башҡорттарҙың Д.ҡ. т‑да иң күп мәғлүмәттәр Ибн Фаҙлан яҙмаларында бирелә. 19—20 бб. урыҫ сәйәхәтселәре, яҙыусылары һәм ғалимдары башҡ. халҡының Д.ҡ. фольклор йыйғанда һәм өйрәнгәндә тикшергән. Башҡорттарҙың Д.ҡ. үҙенсәлектәре Аҡмулла, М.М.Биксурин, М.А.Буранғолов, М.Ә.Ҡыуатов, М.И.Өмөтбаев, Р.Ф.Фәхретдинов һ.б. хеҙмәттәрендә яҡтыртылған. 20 б. Д.ҡ. фәнни аспекттары Д.М.Азаматов, Н.В.Бикбулатов, Д.Ж.Вәлиев, Б.С.Ғәлимов, А.Й.Зарипов, Р.М.Йосопов, Н.А.Мәжитов, З.Й.Рәхмәтуллина, Ә.М.Сөләймәнов, Ф.С.Фәйзуллин, Ғ.Б.Хөсәйенов, А.Б.Юнысова һ.б. тарафынан өйрәнелгән.

Әҙәб.: Салихов Г.Г. Человек в картине мира башкир: социально-филос. анализ. Уфа, 2007.

Л.Ә.Итҡолова

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019