Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВИРУСОЛОГИЯ

Просмотров: 1407

ВИРУСОЛОГИЯ (вирустар һәм... логия), кеше, хайуандар, үҫемлектәр, бактериялар, иң ябайҙар һәм бәшмәктәр вирустарын өйрәнеүсе фән. Дөйөм В. вирустарҙың тәбиғәтен, төҙөлөшөн, үрсеүен, биохимияһын, генетикаһын өйрәнә; мед., ветеринария һәм а.х. В. патоген вирустарҙы, уларҙың инфекцион үҙенсәлектәрен тикшерә, улар тыуҙырған ауырыуҙарҙы иҫкәртеү сараларын, диагностика һәм дауалау ысулдарын эшләй. Башҡортостанда В. үҫеше Өфө вакциналар һәм сывороткалар ҒТИ (ҡара: “Иммунопрепарат”) һәм Респ. санитар‑эпидемиологик станцияһы м-н бәйле. 1946 й. Өфө вакциналар һәм сывороткалар ҒТИ‑нда вирусология лаб. асылғас, грипп, талпан энцефалиты, полиомиелит, сабыртмалы тиф һәм Ку- биҙгәктең эпидемиологияһын өйрәнеү башлана (М.М.Барац, Г.Н.Любимова-Скворцова, В.Н.Марков-Осоргин, В.А.Стригин). 60‑сы йй. аденовирустар (П.А.Егоров) һәм грипп вирусының (А.И.Васяев, Г.Н. Старухина) специфик антигендары өйрәнелә, улар нигеҙендә адсорбцияланған айырым бер грипп вакцинаһы булдырыла (Ф.Г.Исупов); интерферон етештереү башлана (Исупов, В.Ф.Кулагин), 80—90‑сы йй. әүҙемлеге юғары таҙартылған препарат етештереүҙең яңы технологияһы эшләнә (Е.В.Бобкова, Н.В.Заһиҙуллин, М.Н. Муллағолова). Антирабиес бүлегендә ҡотороу ауырыуына ҡаршы вакцина эшләү б‑са тикшереүҙәр алып барыла: С.С.Гильдина етәкс. культураль, антирабик, УФ-нурҙар м‑н инактивацияланған вакцина уйлап табыла (Д.В. Крутилина, В.М.Морогова, Р.С. Шәфиева). 90-сы йй. алып күҙәнәктәрҙең сырмалыу линияһы нигеҙендә антирабик вакцина, ауырыуҙы иртә диагностикалауҙың иммунофермент ысулдары эшләнә (В.А.Вәхитов, С.Ю. Веселов, Кулагин, Р.Ш.Мағазов) һәм геморрагик биҙгәк тыуҙырыусының антиген төҙөлөшө өйрәнелә. 50‑се йй. Респ. санитар‑эпидемиологик станцияһында Н.А.Катыковская етәкс. грипп һәм парагрипп вирустарын, аденовирустарҙы, полиомиелиттың энтеровирустарын, Коксаки, экховирустарҙы һ.б. айырыу һәм идентификациялау б-са тикшеренеүҙәр үткәрелә, ш. уҡ талпан энцефалитының серологик диагностикаһы эшләнә. 80-се йй. уртаһында айырыуса хәүефле инфекцияларҙы индикациялау лаб. бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәкте флюоресценциялаусы антиесемдәр ысулы нигеҙендә диагностикалау индерелә, ауырыуҙы иммунофермент ысулы м‑н диагностикалау эше алып барыла (С.Г. Кирәев, Н.П.Черкасова). Аграр университетта, серология ысулын файҙаланып, картуфтың патоген вирустары асыҡлана (Д.А.Андрианов, А.А.Мейер), йылҡының инфекцион анемияһын (Л.Н.Судзиловский), һыйыр малы лейкозын (Р.Ф.Ғәлиев) диагностикалау ысулдары эшләнә, йылҡының инфекцион энцефаломиелитына ҡаршы вакцина эшләнә (Г.Х. Ишуков). 90‑сы йй. Биохимия һәм цитохимия бүлегендә Ш.Й.Ғиләжетдинов етәкс. а.х. культураларының вирустарға бирешмәүен күтәреү өсөн фитовирустарҙы тикшереү үткәрелә: үҫемлектәрҙе бәшмәк, бактерия һәм вирус ауырыуҙарынан һаҡлауҙы активлаштырыуҙа фитопатоген бәшмәктәрҙең сигнал молекулаларының ҡатнашыуы асыҡлана; микроашламалар өҫтәп бирелгәндә картуф һәм томаттың  вирустарға ҡаршы тора алыуының артыуы билдәләнә. 

Е.В.Бобкова, Н.Ә.Кирәева

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: