Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВОЛКОВ, Өфө р‑нындағы ауыл

Просмотров: 751

ВОЛКОВ, Өфө р‑нындағы ауыл, Дмитриевка а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 35 км алыҫлыҡта Һикияҙ й. (Ҡармасан й. ҡушылдығы) буйында, Мәскәү— Өфө автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 191 кеше; 1959 — 417; 1989 — 587; 2002 — 647; 2010 — 707 кеше. Татарҙар, урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, китапхана бар. Ауылға 20 б. 20‑се йй. Өфө кантонында Волков ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 1925 й. 14 йорт иҫәпкә алынған. 30‑сы йй. аҙағынан хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Н.Х.Миңлеғолова ошо ауылда тыуған.

 Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019