Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГАСТРИТ

Просмотров: 1014

ГАСТРИТ [гр. gaster (gastros) — ашҡаҙан], ашҡаҙандың лайлалы тиресәһе шешеү ауырыуы. Киҫкен (диффуз, локаль, стресс) һәм хроник (А, В, С тибындағы) Г., ш. уҡ уның айырым формалары (гранулематоз, инфекцион, лимфоцитар, эозинофиль һ.б.) була. Барлыҡҡа килеү сәбәптәре: экзоген (Helicobacter pilori бактерияһы, бер төрлө аҙыҡ м‑н туҡланыу, насар сифатлы, эҫе йәки һалҡын аҙыҡ ҡулланыу, алкоголь, никотин, ҡайһы бер медикаменттар тәьҫире, кислота, һелте м‑н ағыуланыу һ.б.) һәм эндоген (шәкәр диабеты, ҡайһы бер инфекцион ауырыуҙар, нервы системаһы функциялары ҡаҡшау, стресс һ.б.). Киҫкен Г. төп симптомдары — уҡшыу, ҡоҫоу, ашҡаҙан ауыртыу һ.б.; ашҡаҙан һуты аҙ бүленеп сыҡҡан хроник Г. — уҡшыу, ашағандан һуң бер аҙҙан күкрәк ауыҙы аҫтында ауырлыҡ тойоу, ҡайһы берҙә ҡоҫоу, ауыҙ эсендә насар тәм булыу һ.б.; нормаль йәки юғары секреция булғанда — ашағандан һуң 2—3 сәғәт үткәс үҙәк көйөү, әсе м‑н кикереү һ.б. Диагностика өсөн лаб. (ҡандың дөйөм һәм биохимик анализы, гистологик һ.б.), рентгенологик һәм эндоскопик тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау: медикаментоз (һылашыусы һәм шешеүгә ҡаршы дарыуҙар, спазмолитиктар һ.б.), хирургик ысулдар, диетотерапия. Шифахана-курорт учреждениеларында дауаланыу тәҡдим ителә. Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: сей яра барлыҡҡа килеү, ҡан китеү һәм ашҡаҙандың лайлалы тиресәһе тишелеү, бауыр абсцесы, тромбофлебит һ.б. Иҫкәртеү: ашҡаҙандың һут бүлеү һәм мотор функциялары ҡаҡшауын төҙәтеү, спиртлы эсемлектәр ҡулланыуҙы, тәмәке тартыуҙы сикләү, һәйбәт ашау, үҙәк нервы системаһы функцияларын көйләү, хроник ауырыуҙарҙы (гепатит, теш кариесы, туберкулёз һ.б.) ваҡытында дауалау. Башҡортостанда 100 мең кешегә 2006 й. — 3220,7; 2008 — 3758,8; 2010 й. 4174,0 Г. м‑н ауырыған оло кеше теркәлгән. Медицина университетында Г. диагностикалау (А.Я.Крюкова), балаларҙа (М.А.Бычкова, Р.Ә.Әхмәтова), студенттарҙа, хәрби хеҙмәткә саҡырылғандарҙа (А.В.Васильченко, О.А.Ҡурамшина, Г.Й.Хисмәтуллина, Г.Х.Әхмәҙуллина) һәм ололарҙа (Крюкова) өҙлөгөүҙәрҙе иҫкәртеү б‑са фәнни тикшеренеүҙәр алып барыла, “Йәшел сауҡалыҡ” (Л.Т.Ғилметдинова), “Красноусол” (Бычкова, М.Н.Фридман) шифаханаларында, “Берёзка” шифахана-профилакторийында (Стәрлетамаҡ ҡ.; Әхмәтова) һ.б. хроник Г. м‑н ауырығандарҙы шифахана-курорт дауалауы проблемалары өйрәнелә. Шулай уҡ ҡара: Гастроэнтерология.

Әҙәб.: Нижевич А.А., Еникеев Д.А., Хасәнов Р.Ш. Хеликобактерные гастриты у детей. Уфа, 2001.

А.Я.Крюкова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: