Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГАСТРОЭНТЕРОЛОГИЯ

Просмотров: 1154

ГАСТРОЭНТЕРОЛОГИЯ (гр. gaster — ашҡаҙан, enteron — эсәк һәм ...логия), медицинаның аш һеңдереү ағзаларының төҙөлөшөн һәм функцияларын, был ағзалар ауырыуҙарының этиологияһын, патогенезын һәм клиник формаларын өйрәнеүсе һәм уларҙы диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеү ысулдарын эшләүсе бүлеге. Башҡортостанда Г. б‑са фәнни тикшеренеүҙәр Медицина университетында алып барыла. 20 б. 40‑сы йй. төрлө ҡуҙғытҡыстар тәьҫирендә ашҡаҙан-эсәк юлының лайлалы тиресәһенең морфол. үҙгәрештәре (И.И.Садовников, Н.И.Чурбанов), гастроэнтерологик ауырыуҙарҙың функциональ диагностикаһы (С.В.Базанова, Е.М.Майргойз, Д.И.Татаринов, Ғ.Н.Тереғолов һ.б.), клиникаһы һәм уларҙы дауалау (А.А.Иванов, Ф.В.Клементьев, Л.Н.Переводчикова, В.В.Сгибова, Р.Ғ.Фәрхетдинов) өйрәнелә. 60‑сы йй. Базанова етәкс. фибромеган (В.Т.Мизин), тимехин (А.Я.Крюкова), ганглерон (Сгибова), кватерон (Ф.Н.Бабичева), бензогексоний (Переводчикова) һ.б. препараттарҙың тәьҫир итеү механизмы һәм ҡулланыу һөҙөмтәлелеге асыҡлана; ашҡаҙан һәм эсәк иннервацияһының үҫеш үҙенсәлектәре (Л.И.Бикбулатова һ.б.), гепатобилиар система ауырыуҙарын, ш. иҫ. көкөртлө нефть эшкәртеү продукттары тәьҫиренә бәйле тыуғандарын (Ф.Д.Булатова), диагностикалау һәм дауалау ысулдары (В.Т.Ғайсина, Н.С.Ҡазыханов, Н.Н.Родикова, Р.И.Титов, А.Н.Шабанов) тикшерелә; гастроэнтерологик ауырыуҙарҙы дауалауҙа “Красноусол” шифаханаһының әһәмиәте нигеҙләнә (М.Н.Фридман). 70‑се йй. биопсия ысулы ярҙамында ашҡаҙандың лайлалы тиресәһен морфол. тикшереү үткәрелә (Г.В.Журавлёва, Н.А.Хлебникова), сей яра ауырыуы ваҡытында энә-рефлекс терапияһын ҡулланыу (С.Х.Вәхитова), хроник холецистит (А.А.Белкина) һәм сей яра ауырыуы булғанда (М.Х.Рәхмәтуллина) “Өфө” минераль һыуын, гастроэнтерологик ауырыуҙар ваҡытында “Алкин” (Б.Х.Әхмәтова), “Йоматау” (З.Ш.Заһиҙуллин һ.б.), “Красноусол” (Л.Ғ.Байымбәтов, З.З.Фәйзуллин) шифаханаларында, ш. уҡ дауалау-иҫкәртеү учреждениеларында (Базанова, Белкина, Журавлёва, Г.К.Макеева, Р.Я.Хәсәнов һ.б.) ҡымыҙ эсеү һөҙөмтәлелеге өйрәнелә; балалар Г. мәсьәләләре ҡарала (М.А.Бычкова, В.В.Климанов, И.Ғ.Рәхмәтуллин, Ф.Ғ.Садиҡов, Р.Ә.Әхмәтова). 80‑се йй. эсәк (Крюкова, Г.Ә.Павлова) һәм үт ҡыуығы (М.С.Ниғмәтуллин) ауырыуҙарының этиологияһы, патогенезы һәм уларҙы дауалау б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә, нефтехимия пр‑тиелары эшселәренең гепатобилиар системаһында хроник ауырыуҙар булғанда реабилитация сараларын патогенетик яҡтан нигеҙләү үткәрелә (Булатова). 90‑сы йй. башында Крюкова етәкс. башланғыс стадиялағы гастроэнтерологик ауырыуҙарҙы диагностикалау ысулдары эшләнә һәм дауалау практикаһына индерелә (Мизин, Г.Й.Хисмәтуллина һ.б.), вуз уҡыусыларының гепатобилиар системаһы патологияһының төрлө аспекттары (О.А.Ҡурамшина, Павлова), ҡатын-ҡыҙҙарҙа сей яра ауырыуының клиник-гормональ үҙенсәлектәре (Р.Р.Ғәзизова) өйрәнелә. 90‑сы йй. аҙағынан ашҡаҙан-эсәк юлында һәм билиар системала ферментатив боҙолоуҙар тикшерелә, гастроэнтерологик ауырыуҙарҙы диспансерлаштырыу, иҫкәртеү һәм дауалау мәсьәләләре хәл ителә (Э.Р.Вәлитова, Ә.Р.Ғәзизова, Ю.А.Кофанова, Д.Ғ.Мурасов, С.Т.Трубицина, Л.П.Фәйезова, Т.Р.Хөснөтдинов, Р.Р.Әбдиев һ.б.), ш. иҫ. балаларҙа (В.Б.Егоров, А.А.Нижевич, Р.Ш.Хәсәнов), нефть сығарыу сәнәғәте һәм нефть эшкәртеү сәнәғәте эшселәрендә (М.М.Мырҙанов, Л.А.Фәттәхова). 2000 й. алып хемилюминесценция тикшереүен файҙаланып диагностика үткәреү (А.Ф.Афанасьева), амбулатория‑поликлиника шарттарында сей яра ауырыуын эндоскопия ярҙамында дауалау (Р.М.Ибраев) ысулдары эшләнә, йәштәрҙә (Г.Х.Әхмәҙуллина, Ҡурамшина һ.б.), өлкән йәштәгеләрҙә һәм ҡарттарҙа (Т.В.Мусин) гастроэнтерологик ауырыуҙарҙың патогенезы һәм уларҙы дауалау, эмбрион гепатоциттарын күсереп ултыртыу юлы м‑н бауыр циррозын дауалау мөмкинлеге (С.И.Рәхмәтуллин) һ.б. өйрәнелә.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: