Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГЕМОРРАГИК БИҘГӘК

Просмотров: 1128

ГЕМОРРАГИК БИҘГӘК, бөйөр синдромлы: кешенең киҫкен инфекцион ауырыуы. Г.б. тыуҙырыусы — Hantavirus затына ҡараған РНК‑лы вирус. Г.б. тыуҙырыусының 10 серотибы асыҡланған, БР‑ҙа Puumala серотибы (Вирустарҙың халыҡ-ара каталогында — Өфө-CJ-1820) ауырыу тыуҙыра, уны сысҡан һымаҡ кимереүселәр тарата. Һауалағы туҙан, туранан-тура бәйләнеш һәм аҙыҡ‑түлек аша йоға. Инкубация осоро 7—45 (йышыраҡ 21) көн дауам итә. Төп симптомдары: юғары т‑ра (39—40°С), баш, мускулдар, бил һәм эс ауыртыу, уҡшыу, ҡоҫоу, яҡтыға күҙ сағылыу, биттең тотош ҡыҙарыуы һ.б. Диагностика өсөн лаб. (флюоресценцияланыусы антиесемдәр ысулы, ҡанда — мочевина һәм креатинин, бәүелдә аҡһым һәм эритроцит миҡдарын билдәләү) һәм клиник тикшереү ысулы мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау: медикаментоз (иодантипирин, специфик иммуноглобулин, вирусҡа ҡаршы һәм симптоматик препараттар, витаминдар һ.б.). Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: инфекцион токсикоз шогы, ҡан тамырында диссеминацияланған ҡан ойоу синдромы, киҫкен бөйөр етешмәүсәнлеге, бөйөр ярылыу, менингоэнцефалит, пневмония һ.б. Иҫкәртеү: тәбиғи сығанаҡта кимереүселәрҙе юҡ итеү, шәхси гигиена ҡағиҙәләрен үтәү һ.б. Башҡортостанда Г.б. 1957 й. алып теркәлә (РФ б‑са ауырыуҙар һанының 40—60%‑ын тәшкил итә); 11 тапҡыр ауырыуҙың киҫкен күбәйеп китеүе, ш. иҫ. 1997 й. 100 мең кешегә 222,4 ауырыу осрағы, теркәлгән (үлем 0,35% тәшкил итә). БР‑ҙа 100 мең кешегә 2001 й. — 59,0; 2003 — 38,9; 2005 – 56,7; 2007 – 28,2; 2009 й. 80,3 Г.б. м‑н ауырыу осрағы иҫәпкә алынған. БДМИ‑ла 20 б. 60—90‑сы йй. Г.б. диагностикалау, дауалау һәм өҙлөгөүҙәрен иҫкәртеү (Д.Ә.Вәлишин, Р.Я.Мөхәмәтов, С.Ә.Мусина,  Л.Б.Новикова, М.Ф.Саҡаева, Б.В.Сөләймәнов, Р.М.Уразаев, Р.М.Фазлыева, Д.Х.Хунафина, Р.Ф.Әбдерәшитов һ.б.), Г.б. ваҡытында ҡан ойоу системаһындағы үҙгәрештәр (Р.В.Кашапова) проблемалары өйрәнелә. 2000 й. алып Г.б. м‑н ауырығандарҙың һәм бөйөр функциялары (А.А.Сәйетгәрәев), йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы (Р.М.Исмәғилева, Г.Ә.Сәмирханова), ашҡаҙан-эсәк юлы (Г.Э.Йосопова) ауырыуҙарын үткәргән кешеләрҙең ағзалары һәм организм системалары торошо, гемодинамика һәм ҡан реологияһы үҙенсәлектәре (Л.А.Ибраһимова), гормональ боҙолоуҙар (О.Л.Андрианова), һауығыу осоронда гемостаз системаһы (О.Н.Ғүмәрова), балаларҙа Г.б. клиникаһы һәм өҙлөгөүҙәре (Б.Ф.Тереғолов) б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла; этиотроп терапияның ҡайһы бер төрҙәренә (А.Н.Бурганова) һәм иодантипирин ҡулланып дауалауға (Г.Р.Абдулова, Хунафина, Л.Р.Шәйхуллина) сағыштырма баһа бирелә. Күҙ ауырыуҙары институтында Г.б. ваҡытында клиник‑лаб. диагностика һәм күҙ боҙолоуы патогенезы б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә (М.Т.Аҙнабаев, Р.Ә.Батыршин, В.Б.Мальханов, Ә.М.Шәмсиева). 1984 й. Респ. санитария-эпидемиология станцияһының айырыуса хәүефле инфекциялар индикацияһы лабораторияһында флюоресценцияланыусы антиесемдәр ысулы ярҙамында Г.б. серологик диагностикалау булдырыла. 2006 й. “Иммунопрепарат” пр‑тиеһында Г.б. алдан диагностикалау өсөн тест-система производствоға индерелә. Шулай уҡ ҡара: Вирусология.

Әҙәб.: Хунафина Д.Х., Камилов Ф.Х., Фазлыева Р.М. Геморрагическая лихорадка с почечным синдромом в Республике Башкортостан. Уфа, 1995; Геморрагическая лихорадка с почечным синдромом: актуальные проблемы  эпидемиологии, патогенеза, диагностики, лечения и профилактики /под ред. Р.Ш.Магазова. Уфа, 2006.

Д.Х.Хунафина

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: