Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГОРНЫЙ, Шишмә р-нындағы ауыл

Просмотров: 751

ГОРНЫЙ, Кумыспром, совхоз, Шишмә р-нындағы ауыл, Ҡара Яҡуп а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Шишмә т. юл ст. К.-Көнс. табан 10 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. – 129 кеше; 1959 – 444; 1989 – 619; 2002 – 703; 2010 – 712 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 1928 й. Өфө кантонында Санитария-бактериология ин-ты эргәһендәге ҡасаба булараҡ нигеҙ һалына. 30-сы йй. алып “Кумыспром” с-зының үҙәк усадьбаһы ҡасабаһы, 50‑се йй. башынан Мечников ис. ин-ттың ярҙамсы хужалығының үҙәк усадьба эргәһендәге ҡасаба булараҡ теркәлгән. 50-се йй. аҙ. алып хәҙ. исемен йөрөтә, 2005 й. хәҙ. статусын ала. Ауыл янында Горный археологик комплексы бар. Г.Г.Куликов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019