Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КАРПОВ Даниэль Николаевич

Просмотров: 855

КАРПОВ Даниэль Николаевич (2.1.1945, БАССР‑ҙың Ауырғазы районы Яңы Фёдоровка а.), геоботаник. Биология фәндәре докторы (2007). БССР‑ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы (1991), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1987), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2001). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1967) шунда уҡ эшләй (1974 й. алып өлкән ғилми хеҙмәткәр). 1976 й. башлап СДПА‑ла: 1978—2009 йй. педагогика һәм башланғыс белем биреү методикаһы факультеты деканы, бер үк ваҡытта 2001 й. алып биология кафедраһы мөдире. 2012 й. башлап БДУ‑ның Стәрлетамаҡ филиалында (2017 й. тиклем биология кафедраһы мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге Башҡортостан (Көньяҡ) Уралы татырлы тупрағының флораһын һәм үҫемлектәр донъяһын өйрәнеүгә арналған. К. тарафынан үҫемлектәрҙең һаҡлауға мохтаж булған һирәк төрҙәренең төркөмдәре айырып күрһәтелгән, һыуҙа иреүсе тоҙҙоң күләме буйынса тупраҡтарҙың татырлы булыу кимәлен аныҡлау ысулы эшләнгән.

Хеҙм.: Растительность засолённых почв Южного Урала и сопредельных территорий. Тольятти, 2006 (авторҙ.). Флора засолённых почв Южного Урала. Стерлитамак, 2017 (авторҙ.).

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

С.С.Хәйретдинов
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 26.11.2021