Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠОРОЛОҠҠА СЫҘАМЛЫЛЫҠ

Просмотров: 984

ҠОРОЛОҠҠА СЫҘАМЛЫЛЫҠ, ҡоролоҡта үҫемлектәрҙең һыуһыҙ һәм туҡымаларҙың үтә ҡыҙыу булыуына бирешмәү һәләтлеге. Үҫемлек төҙөлөшөнөң үҙенсәлектәре (тамыр системаһының оҙонлоғо һәм ҡеүәте, йөнтәҫлеге һ.б.), ш. уҡ ҡоролоҡтоң интенсивлығы һәм оҙайлығы м‑н билдәләнә. Иң юғары Ҡ.с. ксерофиттар эйә. Культуралы үҫемлектәр араһынан ксерофиттарға артишок, сорго һ.б. инә. Күпселек а.х. культуралары — мезофиттар, үҫемлектәр генератив ағзалар барлыҡҡа ки‑ леү осоронда ҡоролоҡҡа бигерәк һиҙгер була. Ҡоролоҡҡа сыҙамлы а.х. культураларына — ҡабаҡ, судан үләне, тары, уртаса сыҙамлыларға — арпа, бойҙай, кукуруз, сыҙамлылығы түбән булғандарға борсаҡ, ҡарабойҙай, һоло инә. Агротехник саралар үткәреү (тәрән һөрөү, ҡар тотоу, ашламалар индереү) үҫемлектәрҙең Ҡ.с. арттыра. Башҡортостанда Ҡ.с. б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 40‑сы йй. башлана. Аграр университетта ҡылған, бүтәгә һ.б. үҫемлектәрҙең Ҡ.с. тамыр системаһының ҡеүәтенә (А.Н.Богданов), тарының, соргоның, судан үләненең һ.б. культураларҙың Ҡ.с. биоморфол. үҙенсәлектәргә (Л.К.Ишмөхәмәтов) бәйле булыуы өйрәнелә; Биология институтында (В.К.Ғирфанов) һәм Ауыл хужалығы институтында (Н.Р.Бәхтизин) иген культураларыныңҠ.с. күтәреүгә минераль ашламаларҙың йоғонтоһо б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә. Башҡорт дәүләт университетында үҫемлектәр үҫешенең төрлө фазаларында уларҙың Ҡ.с. өйрәнелә (Г.В.Заблуда).

Әҙәб.: Физиология сельскохозяйственных растений. В 12 т. Т.3. М., 1967.

Н.Р.Бәхтизин, Р.Р.Исмәғилев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019