Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХАЛЫҠ ҺАУЛЫҒЫ

Просмотров: 1301

ХАЛЫҠ ҺАУЛЫҒЫ, соц.-иҡт. факторҙарҙың (халыҡтың йәшәү кимәле, һаулыҡ һаҡлау үҫеше кимәле, халыҡтың белем һәм профессиональ кимәле һ.б.) йоғонтоһо, тәбиғәт-климат шарттары, тирә‑яҡ мөхиттеңторошо һәм популяцияның генетик үҙенсәлектәре м-н билдәләнә. Х.һ. характерлау өсөн демографик (ҡара: Халыҡ һанының ғәмәли үҙгәреше) һәм мед. (ауырыусанлыҡ, травматизм һ.б.) күрһәткестәре ҡулланыла. 19 б. Башҡортостанда халыҡтың демографик структураһы халыҡтың тәбиғи артыуының киңәйтелгән тибы м-н баһалана. Халыҡтың ауырыусанлығы һәм үлем сәбәптәре структураһында инфекцион ауырыуҙар, паразитар ауырыуҙар өҫтөнлөк итә, уларҙың ҡайһы берҙәре эпидемияға әйләнә. Крайҙа Х.һ.торошо күп осраҡта мед. хеҙмәтләндереүенең етешмәүе (ҡара: Земство медицинаһы) һәм күпселек халыҡтың йәшәү кимәле түбән булыуы м-н аңлатыла. 20 б. Х.һ. торошоноң үҙгәреүе кеше организмының тәбиғи ҡартайыуына, экологик хәлдең насарланыуына бәйле булған ауырыусанлыҡ һәм үлем сәбәптәре структураһына эпидемиологик күсеүҙең дөйөм донъя процесы м-н билдәләнә. 20 б. аҙ. — 21 б. башында БР-ҙа демографик хәл РФ-тағы кеүек үк халыҡһанының кәмеүе, уртаса ғүмер оҙонлоғоноң ҡыҫҡарыуы, халыҡтың ҡартайыуы м-н характерлана. Респ. халыҡтың уртаса ғүмер оҙонлоғо 66,54 йәш тәшкил итә, ш. иҫ. ир-егеттәрҙә — 60,31 һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙа 73,26 йәш (2005). 1990—2006 йй. халыҡтың үлем коэф. 4,0‰-гә арта һәм 13,6‰ тәшкил итә, йәш балаларҙың үлем күрһәткесе 16,4‰-нән 10,9‰-гә тиклем төшһә лә, юғары кимәлдә ҡала. Халыҡтың төп үлем сәбәптәре булып ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙары, травмалар һәм ағыуланыуҙар, шештәр тора. Респ. халыҡтың дөйөм ауырыусанлығы 37,6%-ҡа күтәрелә. Иң күп таралған ауырыуҙар араһында: тын алыу ағзалары, ҡан әйләнеше системаһы, аш һеңдереү ағзалары ауырыуҙары. Социаль ауырыуҙарҙың, һөнәри ауырыуҙарҙың үҫеше күҙәтелә. Хроник ауырыуҙарҙың күбәйеүе эшкә яраҡлы халыҡ араһында инвалидлыҡ күрһәткестәренең артыуына килтерә. Респ. Х.һ. һаҡлауҙың нигеҙе булып халыҡтың йәшәү сифатын күтәреүгә, сәләмәт йәшәү рәүеше булдырыуға, әсәлек һәм балалыҡты һаҡлауға, хеҙмәтте һаҡлауға, тирә‑яҡ мөхитте һаҡлауға йүнәлтелгән демография сәйәсәтен, социаль сәйәсәтте, экология сәйәсәтен тормошҡа ашырыу тора. 1993 й. БР-ҙа Граждандарҙың һаулығын һаҡлау т-да кодекс ҡабул ителә, 1995 й. башлап Х.һ. һаҡлау б-са маҡсатлы программаларҙы ғәмәлгә ашырыу өҫтөндә эштәр алып барыла. 2006—10 йй. респ. халҡының үлем коэф. 13,6‰-нән 13,4‰-гә тиклем кәмей, ш. уҡ йәш балаларҙың үлем күрһәткесе 10,9‰-нән 6,9‰-гә тиклем төшә. Халыҡтың ғүмер оҙонлоғо 66,54-тән (2005) 69,01 йәшкә (2009) тиклем арта, ш. иҫ. ир-егеттәрҙә — 63,10 һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙа 75,10 йәш. Халыҡтың дөйөм ауырыусанлығы 1672,7 меңдән (2005) 1913,6 мең кешегә тиклем күтәрелә (2010). Респ. халыҡты диспансерлаштырыу б-са саралар комплексы үткәрелә, шифахана‑курорт һәм рекреация учреждениелары үҫешә, 180-дән ашыу учреждение иҫәпләнә (2012). Системалы рәүештә физик культура, спорт һәм туризм м-н шөғөлләнеүселәр һаны 1085,2 мең кеше, йәки дөйөм халыҡ һанының 26,7%-ын тәшкил итә (2012). Шулай уҡ ҡара: Һаулыҡ һаҡлау.

Р.М.Сафиуллина

Тәрж. А.Н.Күсеев 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019